Республикала ашығыс медицина ярҙамы бригадаларында табиптар етешмәй

Республикала ашығыс медицина ярҙамы бригадаларында табиптар етешмәй https://bash.news/news/100626_respublikala_ashyys_medicina_yaramy_brigadalarynda_tabiptar_eteshmj
15 июл 2019, 15:04

Шулай уҡ урта медицина хеҙмәткәрҙәре аҙ. “Кире күренеште үҙгәртеп булмай. Беҙ дәртләндереү программаһы булдырырға тырышабыҙ. Ҡайһы бер райондарҙа бер бригадаға ике смена эшләргә тура килә, тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Республикала ашығыс медицина ярҙамы бригадаларында табиптар етешмәй
Республикала ашығыс медицина ярҙамы бригадаларында табиптар етешмәй

Радий Хәбиров был мәсьәләне һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәл итергә тейеш, тине. “Хәлде үҙгәртегеҙ. Был осраҡта һеҙгә муниципалитет башлыҡтары ярҙам итмәйәсәк”, тине республика етәксеһе.

Ашығыс медицина ярҙамы станцияһынан табиптар китеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Үткән йылдың октябренән бөгөнгә тиклем 30-ға яҡын белгес хеҙмәт урынын бушатҡан. Ошо ваҡыт эсендә бер генә врач та унда эшкә урынлашмаған. Әйткәндәй, быйыл медицина ярҙамы станцияһына 30 санитар автомобиль алына.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество