Аварияға эләккән автобус водителе 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған

Аварияға эләккән автобус водителе 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған https://bash.news/news/100658_avariyaa_elkkn_avtobus_voditele_18_tapyr_administrativ_yauaplylya_tarttyrylan_bulan
15 июл 2019, 21:54

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә алты кеше һәләк була, пассажирҙар араһында ауыр тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа бар. Барыһы ла Яр Саллынан. Әлегә Өфө медицина учреждениеларында дауаланған сирлеләрҙе Татарстанға күсереү мәсьәләһе ҡарала.

Түңкәрелгән автобуста иҫән ҡалып, транспорт тәҙрәһен ватып сығыусылар шунда уҡ креслолар араһында ҡыҫылып ҡалған пассажирҙарға ярҙамға ашыға.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияла дүрт ир һәм ике ҡатындың ғүмере өҙөлә. Уларҙың күбеһе салондың артҡы рәттәрендә ултырған.

Автобус пассажиры: “Хәлдән килгәнсә, барыһын да сығарҙыҡ. Үтеп барыусылар туҡтаны. «Тиҙ ярҙам » машинаһы тиҙ генә килеп етте. Ҡотҡарылғандарҙы шунда уҡ дауаханаға оҙаттыҡ”.

Автобус пассажиры: “Беҙҙең күҙ алдында дуҫтарыбыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ һәләк булды. Хәтерләйем, бер егеткә ярҙам итергә теләнек, ул ҡапыл ғына күм-күк булды. Уның муйыны һынған ине”.

Салонда 39 турист була. Улар Бөрйән районында ял иткәндән һуң, тыуған яғы - Татарстанға ҡайтып килгән. Барыһы ла Яр Саллыла йөк ташыу менән шөғөлләнгән компанияла эшләгән. Зыян күреүселәр билдәләүенсә, көслө ямғыр яуыу сәбәпле, трасса тайғаҡ була. Водитель идара итеү һәләтен юғалта.

Кристина: “Беҙ өйрөлә башланыҡ, водитель төҙәйтергә маташты, әммә ергә әйләнгәнеп ултырғаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ”.

Максим Симонов: “Водитель арымаған ине, ул беҙҙе бер тәүлек көттө, йоҡлағандыр. Ҡыуманы ла, юл тайғаҡ ине”.

Зыян күреүселәр «Тиҙ ярҙам машинаһында Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары дауаханаларына оҙатыла. Йәрәхәт алыусыларҙың күп булыуына бәйле эш урынына барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре сыға.

Салауат Камалетдинов, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы: “Отпускыла булған табиптарҙы ла эшкә сығарҙыҡ, алты хирург, өс реаниматолог, невролог, рентгенолог, урта медицина персоналын саҡырып алдыҡ. Йәғни, дауахана тулы составта эшләне”.

Ауыр тән йәрәхәттәре алыусылар ашығыс рәүештә Өфө медицина учреждениеларына оҙатыла. Ун пациенттың һигеҙе 21-cе ҡала клиник дауаханаһына эләгә. Уларҙың күбеһенең хәле уртаса.

Альберт Абдуллин, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы өлкән хирургы: “Бер пациент ауыр хәлдә, уға төндә операциялар яһалды. Әле реанимацияла. Умыртҡа һөйәге һынған”.

Әлегә автобуста зыян күргән барлыҡ пациенттарҙы Татарстан дауаханаларына күсереү мәсьәләһе ҡарала. Уларҙың етәүһе "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте машиналарында оҙатыла.

Максим Забелин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Ауыр хәлдәге ике пациентты әлегә ваҡытлыса транспортта ебәреп булмай, уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Күрше республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешелгәнсә, хәлдәре тотороҡланғас та, сирлеләрҙе авиация транспорты менән Татарстанға оҙатыу планлаштырыла”.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә аварияға ҡарата үҙ ҡарашын белдерҙе. Интернет сәхифәһендә төбәк етәксеһе күмәк пассажир менән ауған автобустың сифатһыҙ булыуын һәм авария ҡорбандарының күбеһенең хәүефһеҙлек ҡайыштарын беркетмәүен билдәләгән. Радий Хәбиров шулай уҡ илдә водителдәрҙең эш сифатын контролдә тотоуҙың насар ҡуйылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған һәм быға тиклем дә тиҙлек арттырыуы өсөн күп тапҡырҙар яуаплылыҡҡа тарттырылған Яр Саллы водителенә һаман да кеше ғүмерҙәре ышанып тапшырылыуға үкенес белдергән.

Радий Хәбиров, Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Йәнә тағы бер фажиғә, унан сәстәр үрә торҙо, быға тиклем водитель 18 тапҡыр юл ҡағиҙәһен боҙған”.

Тәфтиш комитеты тарафынан юл хәрәкәте һәм транспорт сараһын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоуға һәм хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәгән хеҙмәт күрһәтелеүгә бәйле, енәйәт эштәре ҡуҙғатылды. Был статьялар һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә килтергән осраҡ булараҡ ҡарала.

Евгений Каневский, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: Ваҡиға урынында тәфтишселәр полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә эшләй. Бер нисә экперт тикшереүе билдәләнде, шаһиттарҙан һорау алына, авария сәбәптәре асыҡлана. Тәфтиш эштәре барышында водитель һәм автобус экплуатацияһында хәүефһеҙлек талаптары өсөн яуаплы башҡа шәхестәрҙең эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк”.

Водитель билдәләүенсә, ул көслө ямғыр яуыуға бәйле транспорт менән идара итеү һәләтен юғалта. Һәләк булыусыларҙың кәүҙәләре суд-медицина экпретизаһы бюроһында. Белгестәр тикшереү эштәрен тамамлағас та, туғандары уларҙы Татарстанға алып ҡайта аласаҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Аварияға эләккән автобус водителе 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна