Өфөләге мал хужалығында аҫралған боландар ниңә ябыҡ?

Өфөләге мал хужалығында аҫралған боландар ниңә ябыҡ? https://bash.news/news/100660_flge_mal_xuzhalyynda_aralan_bolandar_ni_yaby
15 июл 2019, 21:56

Өфөләге ат аҙбарында тотолған төньяҡ боландары хаҡындағы видеояҙма социаль селтәрҙә йәшен тиҙлегендә таралып ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Януарҙар өсөн борсолған ҡала халҡы ферма хужалығына ҡарата үҙ дәғүәләрен белдерә.

Был кадрҙар Өфөләге шәхси фермала төшөрөлгән. Йән эйәләре аяныслы хәлдә тип видео таҫмала хәбәр ителә. Был күренеш Интернетта ығы-зығы тыуҙырҙы. Ләкин асыҡланыуынса, мәсьәлә ашатмауҙа түгел, ә уларҙың йонсоуы боландарҙың йөн ҡойоу осоро башланыуға бәйле. Төньяҡ хайуандар баш ҡалаға быйыл беренсе тапҡыр килтерелгән.

Ангелина Камбекова, ферма хеҙмәткәре: “Боландар йөн ҡойған ваҡытта беҙ уларҙы тарайбыҙ. Шуға күрә януарҙарҙың ҡабырға һөйәктәре күренә башлай. Хайуандарҙы көн һайын ашатабыҙ, улар айырыуса, һоло, тоҙ ярата. Әле төньяҡ боландарын ат аҙбары хужаһы күрше төбәккә алып китте”.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөләге мал хужалығында аҫралған боландар ниңә ябыҡ?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа