Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды https://bash.news/news/100664_yrymbur_lkend_bashortostandy_xaly_shairy_rauil_bikbaev_itlegen_memorial_tatatash_asyldy
15 июл 2019, 22:02

Һәйкәл булып ҡайтты. Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылында шағирҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән. Сарала шәхестең туғандары, яҡындары, Башҡортостандан мәртәбәле делегация ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Өфөлә 80 йәшлек юбилей кисәһендә яҡташтары эргәһенә ҡайтып, шиғыр байрамы үткәрергә хыялланыуын белдергәйне. «Хуш, ауылым!» тип исемен дә билдәләп ҡуйғайны. Тик ниәтен бойомға ашырырға насип булманы, шағир арабыҙҙан китеп барҙы. Юбилейҙа ҡатнашҡан яҡташтары Рауил Төхвәт улының һүҙҙәрен һуңғы теләк һымаҡ ҡабул итте һәм сараны ҙурлап ҡәҙер һәм хәтер кисәһе итеп ойошторҙо.

Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылында шағирҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән. Бынан ике йыл элек ауыл уртаһында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск асылған. Өс бағыусының береһе - Рауил Төхвәт улы булған. Мәктәп, мәҙәниәт йорто ябылған ауыл өсөн үҙәк майҙандағы һәйкәл - халыҡ йыйылыр берҙән-бер иҫтәлекле урынға әйләнгән. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа бағышланған мемориал таҡтаташ та тап ошо майҙанда урын алды.

Үкенес, әммә бөгөн Ғәбдрәфиҡ ауылында шиғриәт кисәләре үткәрерлек урын да юҡ. Мәҙәниәт йорто ишегендә - йоҙаҡ. Мәктәп бинаһында мәсет урынлашҡан. Шуға ла халыҡ шағирының хәтер кисәһе күрше Кичкасс ауылында уҙҙы. «Башҡортомдоң намыҫы», «Ырымбурҙар һыйыныр утрау», «Дәүер шәхес» - Рауил Төхвәт улын нисек кенә ҙурламай замандаштары.

Сығыш яһаусылар шағир, ғалим, аҡыл эйәһе, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың хеҙмәттәрен иҫкә алды, шиғырҙарын уҡыны, йырҙарын яңғыратты. «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Халҡыма хат» документаль фильмы аша шағирҙың тере һыны ҡайтҡандай булды.

Рауил Бикбаев ғүмере буйы ижады, изге ғәмәлдәре менән тыуған ерен, халҡын, телен хәстәрләп йәшәне. Уның әҫәрҙәре артабан да киләсәккә хеҙмәт итәсәк.

Автор: Рәйсә Абдуллина.

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа