Радий Хәбиров Таиланд короллеге вәкилдәре менән осрашты

Радий Хәбиров Таиланд короллеге вәкилдәре менән осрашты https://bash.news/news/100676_radij_xbirov_tailand_korollege_vkildre_menn_osrashty
15 июл 2019, 23:27

Радий Хәбиров Таиланд короллегенән Мом Луанг Раджадарасри Джаянкура ғәли йәнәптәре етәкселегендәге эшлекле даирәләре делегацияһы менән осрашты.

Республика етәксеһе Тайландтың йәш спортсыларын 53 сө халыҡ-ара балалар уйындарында еңеү яулауы менән тәбрикләне. Бангкок командаһы ярыштарҙың дөйөм иҫәбендә 27 миҙал яулап беренселеккә сыҡты. Ғәли йәнәптәре Башҡортостандан ыңғай тәьҫораттары менән бүлеште.

Республика етәксеһе 2017 йылда Тайланд менән тауар әйләнеше 7 миллион ярым доллар самаһы булыуын билдәләне, әммә үҫеш мөмкинлеге лә бар. Осрашыуҙа нефть газ, инфраструктура обьекттары төҙөлөшө, ҡала хужалығын һанлы форматҡа күсереү һәм мәғариф өлкәһендә проекттар ҡаралды. Осрашыуҙа Радий Хәбиров хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Абрахимовҡа проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса эшсе төркөмдө етәкләргә ҡушты.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Радий Хәбиров Таиланд короллеге вәкилдәре менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна