Кандидаттарҙың өгөтләү осоро 13 августан башлана

Кандидаттарҙың өгөтләү осоро 13 августан башлана https://bash.news/news/100677_kandidattary_gtl_osoro_13_avgustan_bashlana
15 июл 2019, 23:28

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа һайлауҙа ҡатнашыусы кандидаттарҙың өгөтләү осоро Ҡорбан байрамы сәбәпле 13 августан башлана. Бөгөн республика киң мәғлүмәт сараларында түләүһеҙ баҫма майҙандары һәм бушлай эфир ваҡытын бүлеү өсөн йәрәбә һалыу уҙҙы.

Эфир ваҡыты һәм матбуғатта баҫыласаҡ көн яҙылған ябыҡ конверттарҙы кандидаттар һәм уларҙың вәкилдәре һайлап алды. Йәрәбә Ҡояшлы һәм Комсомольский һайлау округтары буйынса ойошторолдо. Рәсми теркәү үткән һәр кандидатҡа телевидениела 60 секунд ваҡыт, гәзит- журналдарҙа 95 квадрат сантиметр майҙан бүленә.

Кандидаттарҙың өгөтләү осоро 13 августан башлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество