Радий Хәбиров демография һәм төҙөлөш өлкәһендәге күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы

Радий Хәбиров демография һәм төҙөлөш өлкәһендәге күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы https://bash.news/news/100678_radij_xbirov_demografiya_m_tlsh_lkendge_krtkestre_yashyrtyu_burysyn_ujy
15 июл 2019, 23:29

Бөгөн Хөкүмәт йортонда Радий Хәбиров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Проект комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе һәм ошо ике өлкә буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бурысы ҡуйҙы.

Президиум ултырышында тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре барланды, Президенттың май указдарын үтәлеше ҡаралды.Төбәктә «Экология», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар», «Һаулыҡ һаҡлау» һәм башҡа өҫтөнлөклө проекттар өсөн 150 миллиард һум бүленгән. Быйыл 21 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, ике балалар поликлиникаһы, дүрт ауыл мәҙәниәт йорто, 22 фельдшер - акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Шулай уҡ күп профилле дауаханаларҙа амбулатор ярҙам күрһәтеү өсөн дүрт онкология үҙәге булдырыла. Проекттар эшләй, стратегик мәсьәләләрҙе 2024 йылға тиклем тейешле кимәлгә еткереү юлдарын барлау мөһим. Тыуым, торлаҡ һәм ҡала мөхите бигерәк тә иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Транспорт, юл мәсьәләләре йыш күтәрелә, ә ысынбарлыҡта күҙәтелеүсе хәлдәр уны аҡламай, тағы ла төплөрәк эшләү кәрәк тип билдәләне республика етәксеһе.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Радий Хәбиров демография һәм төҙөлөш өлкәһендәге күрһәткестәрҙе яҡшыртыу бурысын ҡуйҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна