Ишембай районында «Ҡош юлы» бард фестивале үтте

Ишембай районында «Ҡош юлы» бард фестивале үтте https://bash.news/news/100679_ishembaj_rajonynda_osh_yuly_bard_festivale_tte
15 июл 2019, 23:32

Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған сара быйыл да сәнғәткә, шиғриәткә ғашиҡ йәштәрҙе бер майҙанға тупланы. Аҙнай ауылы янындағы яланда өс көн дауамында гитара моңдары ағылды. Башҡорт музыка донъяһына яңы исемдәр асыусы фестиваль хаҡында киләһе репортаж.

Гитарала уйнау бер, «Ҡош юлы» фестивалендә ҡатнашыу өсөн йыр-моңға һәүәҫкәр ҙә булыу зарур. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән егет-ҡыҙҙар сәхнәгә сығып, икешәр йыр башҡарҙы. Репертуар төрлө, тәү сиратта, тыуған ил, туған тел данланды. Йәш башҡарыусылар мөхәббәт, дуҫлыҡ тематикаһын да урап үтмәй. Һәләтле автор булараҡ танылыу алыусылар ҙа булды. Ишембай районы музыканттарҙан тыш, ҡәләм тибрәтеүселәрҙе лә бер майҙанға йыйҙы. Улар шиғриәт, әҙәбиәт өлкәһендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты.

Фестивалде ойоштороусылар изге маҡсатҡа ынтыла - яңы һәләттәр асыу, үҫеп килгән быуында башҡорт теленә, музыка ҡоралына һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошто пропагандалаЙ. «Тамыр» телеканалында балалар өсөн айырым телепроект эфирға сығыуы ла - «Ҡош юлы» хәрәкәтенең киләсәге өмөтлө булыуына ишара.

Ҡасандыр «Ҡош юлы» фестивалендә ҡатнашыусылар рәтендә булғандар - бөгөн ойоштороусылар, жюри составында. Музыкант Тимур Ямалов билдәләүенсә, майҙандағы дуҫтарса мөхит илһамландыра.

Фестиваль сиктәрендә шиғриәт конкурсы ойошторолдо. Көсөргәнешле бәйгелә еңеүсе тип Ишембай районынан Айһылыу Дауытова билдәләнде. Гитарала уйнаусылар араһында Өфөнән Нәғим Шәриповҡа етеүсе булманы. Төп бүләк - гитара тап уға эләкте. Егет уңышлы сығыш яһарына шикләнмәгән. Тамашасыларҙы яңы ижад емештәре менән һөйөндөрөргә йыйына.

Өс көн дауам иткән фестивалдә йәштәр тәбиғәт ҡосағында ял итеп, төнгө усаҡ тирәләй гитараға ҡушылып йырлап күңел асты, мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнашты. Ишембай районында урынлашҡан мәмерйәләргә, әүлиәләр төйәге Торатауға күтәрелеп, көс-дәрт алды, рухи донъяһын байытты.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ишембай районында «Ҡош юлы» бард фестивале үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество