Республика Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына өс кандидатты теркәне

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына өс кандидатты теркәне https://bash.news/news/100688_respublika_k_ajlau_komissiyay_bashortostan_bashlyy_vazifayna_s_kandidatty_terkne
16 июл 2019, 10:00

Һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғын ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, Ғәҙел Рәсәй партияһынан Юрий Игнатьев һәм Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһынан Юнир Ҡотлоғужин алды. Өс кандидатҡа уларҙың ҡағыҙҙарында етешһеҙлектәр булыуы тураһында хәбәр ителде. Улар: социаль яҡлау партияһынан Алексей Молокин, “Йәшелдәр” партияһынан Сания Тимасова һәм Рәсәй социалистик партияһынан Рәмилә Сәйетова.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына өс кандидатты теркәне
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына өс кандидатты теркәне

Башҡортостан Башлығына һайлауҙа 11 кеше ҡатнашырға ниәтләй. Республика етәксеһе 8 сентябрь - Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлана.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество