Башҡортостанда бал ҡорттары һәләк була

Башҡортостанда бал ҡорттары һәләк була https://bash.news/news/100719_bashortostanda_bal_orttary_lk_bula
16 июл, 13:13

Миәкә районында бер нисә умартасының бал ҡорттары ҡырылған. Егерме йылдан ашыу умартасылыҡ менән мәшғүл Марат Әхмәтшин быйыл балдың мул булыуына өмөтөн юғалтҡан. “Бал ҡорттары минут һайын үлә”, - ти ул.

Башҡортостанда бал ҡорттары һәләк була

Башҡортостанда бал ҡорттары һәләк була

Бал ҡорттары күпләп ҡырылыуҙа урындағы умартасылар фермерҙарҙы ғәйепләй. Улар баҫыуҙарҙы пестицид һәм башҡа химик матдәләр менән эшкәртә. Умартасыларға был хаҡта хәбәр ителмәй.

Республика ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ бүлеге белгесе Наил Ваһапов әйтеүенсә, был мәсьәләне асыҡлау өсөн тикшереү эштәре башланған.

Башҡортостанда бал ҡорттары һәләк була

Бал ҡорттарының күпләп үлеүен республиканың байтаҡ райондарында күҙәтергә мөмкин. Федераль ҡанун буйынса, умартасылар химик эшкәртеү тураһында 5 тәүлек алдан иҫкәртелергә тейеш.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество