Нефтекамала татар полилингвистик мәктәп-интернат асыла

Нефтекамала татар полилингвистик мәктәп-интернат асыла https://bash.news/news/100721_neftekamala_tatar_polilingvistik_mktpinternat_asyla
16 июл 2019, 16:00

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре барышында белдерҙе. Ул 2013 йылдың октябрендә ябылған мәктәп-интернаты базаһында төҙөкләндерелә. Республика мәғариф министры вазифаһын үтәүсе Айбулат Хажин әйтеүенсә, биналарға тикшереү үткәрелгән. Йылылыҡ булдырыу өсөн социаль программалар фонды аша 30 миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта документтар әҙерләнә, ремонт эштәренә смета төҙөлә.

Нефтекамала татар полилингвистик мәктәп-интернат асыла
Нефтекамала татар полилингвистик мәктәп-интернат асыла

Уҡыу корпусы 300 урынлыҡ, ашхана 100 урынға иҫәпләнә. Балалар уҡыуҙан һуң ял итәсәк, түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында шөғөлләнә ала. Полилингвистик мәктәп–интернатта тел фәне менән ҡыҙыҡһынған балаларға бөтә шарттар тыуҙырыла. Радий Хәбиров төҙөлөштө тамамлау һәм яңы мәктәпте асыу ваҡытын 2021 йылдың 1 сентябренә билдәләне.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа