Башҡортостан хакимиәтендә кадрҙар алмашынды

Башҡортостан хакимиәтендә кадрҙар алмашынды https://bash.news/news/100748_bashortostan_xakimitend_kadrar_almashyndy
16 июл 2019, 22:40

Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. Был туралағы Указға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Урал Килсенбаев 1982 йылда Күгәрсен районы Юлдыбай ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетын, Республика Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында әйҙәүсе белгес булып башлай. 2015-2018 йылдарҙа баш ҡаланың Совет районы хакимиәтен етәкләй. 2018 йылдан әлегә тиклем Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығын етәкләй.

Шулай уҡ Радий Хәбировтың икенсе Указы менән Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығының яңы етәксеһе вазифаһы Азат Баҙрановҡа йөкмәтелде.

Азат Баҙранов 1986 йылғы. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын һәм Рәсәй фәндәр академияһы Рәсәй дәүләт һәм хоҡуҡ институты аспирантураһын тамамлаған. 2018-2019 йылдарҙа ул Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары булып эшләй.

Башҡортостан хакимиәтендә кадрҙар алмашынды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа