Һәләкәткә осраған автобус водителен хөкөм иттеләр

Һәләкәткә осраған автобус водителен хөкөм иттеләр https://bash.news/news/100754_lktk_osraan_avtobus_voditelen_xkm_ittelr
16 июл 2019, 22:46

Бер нисә минут элек кенә Архангель районында түңкәрелгән автобус водителенә ҡарата суд ҡарары сығарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ үткән йәкшәмбе Бөрйәндә ял итеп Татарстанға ҡайтып барыусы туристар аварияға осраны.

Автобус салонында булған ҡырҡ кешенең алтыһы һәләк булды. Фажиғәгә юл ҡуйыусы 32 йәшлек водитель ҡулға алынды. Уның ғәйебе иҫбатланһа, ете йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.

Автор: Айнур Кәбиров.

Һәләкәткә осраған автобус водителен хөкөм иттеләр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа