Водителдәр автомобилдә балаларҙы махсус кресло менән йөрөтөү ҡағиҙәһен теүәлерәк үтәй башлаған

Водителдәр автомобилдә балаларҙы махсус кресло менән йөрөтөү ҡағиҙәһен теүәлерәк үтәй башлаған https://bash.news/news/100756_voditeldr_avtomobild_balalary_maxsus_kreslo_menn_jrt_aien_telerk_tj_bashlaan
16 июл 2019, 22:48

Бөгөн иртән Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Балаларға – автокресло» рейды үткәрҙе. Тикшереү барышында бер генә ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлде. Балаһын креслоға ултыртмаған водителгә ҡарата административ штраф һалынды, уның күләме 3 мең һум.

6 йәшкәсә балалар автокреслола, ә 6 йәштән 12 йәшкә тиклемгеләр ҡайыш менән эләктерелгән булырға тейеш. Сабыйҙарҙың хәүефһеҙлеге һәр ата-әсәнең үҙ ҡулында. Республика юлдарында йыл башынан балалар ҡатнашлығында 195 авария теркәлгән, 9 сабыйҙың ғүмере өҙөлгән, уларҙың икәүһе махсус креслоға ултыртылмаған булған.

Профилактик рейдтар ғәҙәттә иртән, ата-әсәләр сабыйҙары менән балалар баҡсаһына юлланған саҡта ойошторола. Инспекторҙар билдәләүенсә, юл ҡағиҙәһен боҙоусылар йылдан-йыл кәмей.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Водителдәр автомобилдә балаларҙы махсус кресло менән йөрөтөү ҡағиҙәһен теүәлерәк үтәй башлаған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа