«Алға» картаһын «Һаҡлыҡ банкы» бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин

«Алға» картаһын «Һаҡлыҡ банкы» бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин https://bash.news/news/100759_ala_kartayn_aly_banky_blekslrend_atyp_alyra_mmkin
16 июл 2019, 22:51

Башҡортостан һаҡлыҡ банкында транспорт картаһы һатыусы тәүге төбәк. Финанс ойошмаһының Өфөләге 83 офисында хәҙер республикала яңы барлыҡҡа килгән «Алға» картаһы һатыла.

Шунда уҡ картаға аҡса һалырға ла була. Бының өсөн банкоматтарҙа махсус меню эшләнгән. Картаны шулай уҡ мобиль ҡушымта аша ла тулыландырырға мөмкин. Бының өсөн һатып алынған карталағы КюАр кодты кеҫә телефонының камераһынан үткәреү ҙә етә. Киләсәктә «Алға» берҙәм транспорт картаһын һатыусы банк офистары тағы ла артасаҡ.

Азамат Сәлихов, «Һаҡлыҡ банкы»ның Башҡортостан бүлеге идарасыһы урынбаҫары: “«Алға» картаһын 12 июлдән һата башланыҡ. Банкҡа бит кеше йыш йөрөй. Беҙҙә һатып алыу уңайлыраҡ. Бынан тыш, башҡа процедураларҙы ла шунда уҡ эшләргә мөмкин. Һорау тыуһа, консультанттар ярҙам итергә әҙер”.

Автор: Айнур Кәбиров.

«Алға» картаһын «Һаҡлыҡ банкы» бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа