Росгвардия отряды яман шеште еңгән бәләкәй малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы

Росгвардия отряды яман шеште еңгән бәләкәй малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы https://bash.news/news/100763_rosgvardiya_otryady_yaman_sheshte_egn_blkj_malajy_xyyalyn_tormosha_ashyry
16 июл 2019, 22:56

Бөгөн Өфөнөң генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядына экскурсия ойошторолдо. Бында Бөтә донъя еңеүселәре уйынында икенсе урын алған Иван Попаденко саҡырылды. Сарала ул Милли гвардия геройҙары, һуғыш ҡоралдары тураһында бай мәғлүмәт алды. Артабан БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

8 йәшлек Иван автоматтарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай, киләсәктә ул спецназ булырға теләй. Ул бөгөн Өфөләге Росгвардия отряды биләмәһендә урынлашҡан хәрби техника, музей экспонаттары менән танышты. Ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ, батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр яҙмышы тураһында күберәк белде. Ысын һуғыш ҡоралдарын тотоп ҡараны.

Бер нисә йыл элек Иван лейкоз менән ауырый башлай. Химия терапия курстарын үтеп ул яман сирҙе еңеп сыға. Иҫләүе лә ҡыйын, ауырыуға ҡаршы күмәкләп көрәшергә тырыштыҡ, тип хәтерләй малайҙың әсәһе.

Анастасия Попаденко, Ивандың әсәһе: “Ивандың спецназ булыу теләгенә яҡшы ҡарайым, сөнки беҙ хәрби ғаиләнән. Улыбыҙ хыялын тормошҡа ашырып, ысын Ватан һаҡлаусыһы булыр тип ышанабыҙ”.

Быйыл Иван Попаденко Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя еңеүселәре уйынында ҡатнаша. Пневматик ҡорал менән атыу ярышында көмөш миҙал ала. Был махсус уйындар ямаш шеште еңгән балалар өсөн үткәрелә. Бүләкләү тантанаһына ОМОН хеҙмәткәрҙәре лә килә.

Олатаһы кеүек спецназ булыу, махсус техника менән танышыу теләге бер ҡасан да малайҙың күңелендә һүнмәй. Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге отряды Ивандың хыялын тормошҡа ашырҙы. Бында ул бронетранспортер, хәрби ҡоралдар тураһында күберәк белде. Ошо отрядта хеҙмәт иткән, кеше ғүмерен ҡотҡарыу көндәлек эшенә әйләнгән һалдаттар менән аралашты. Хәрбиҙәр малайға теләктәрен еткерҙе.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Росгвардия отряды яман шеште еңгән бәләкәй малайҙың хыялын тормошҡа ашырҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа