Республика етәксеһе Радий Хәбиров Нефтекамала подъездар ремонтына ризаһыҙлыҡ белдерҙе

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Нефтекамала подъездар ремонтына ризаһыҙлыҡ белдерҙе https://bash.news/news/100775_respublika_etksee_radij_xbirov_neftekamala_podezdar_remontyna_rizayly_beldere
16 июл 2019, 18:00

Ҡалаға сәфәре барышында ул күп ҡатлы йорттарҙың береһенә инеп сыҡты. Торлаҡта йәшәүселәр ремонт сифатына ҡанәғәтһеҙлек белдереп “Инцидент” системаһына мөрәжәғәт иткән. Подрядсы ойошма эштәр 95 процентҡа тамамланыуы тураһында хисап биргән. Әммә, ысынында, ремонт сифатһыҙ башҡарылған, төрлө урында сымдар эленеп тора, диуарҙар йүнләп буялмаған.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Нефтекамала подъездар ремонтына ризаһыҙлыҡ белдерҙе
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Нефтекамала подъездар ремонтына ризаһыҙлыҡ белдерҙе

Радий Хәбиров етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты. Республика етәксеһе был йортта подъезд ремонтын шәхси күҙәтеүгә алырға вәғәҙәләне. Радий Хәбиров ихатаны тәртипкә килтереү һәм юлдарҙа соҡорҙарҙы ямауға ла ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Балалар майҙансығы хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәй. Республика етәксеһе ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа етешһеҙлектәрҙе юҡ итергә ҡушты.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа