Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре балаларҙың йәйге ялы менән таныша

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре балаларҙың йәйге ялы менән таныша https://bash.news/news/100777_bashortostan_jmt_palatay_vkildre_balalary_jjge_yaly_menn_tanysha
16 июл, 18:05

Ошо көндәрҙә йәмәғәтселәр Әбйәлил районы “Ирәндек” һауыҡтырыу лагерында булды. Әле бында республика ҡалалары һәм райондары, шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенән 330 бала ял итә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн башҡорт халҡы йолалары һәм мәҙәниәтенә бәйле программа әҙерләнгән.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре балаларҙың йәйге ялы менән таныша
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре балаларҙың йәйге ялы менән таныша

“Балалар хәүефһеҙлегенә лә ҙур иғтибар бирелә, биләмә тирәләй видеокамералар ҡуйылған”, - ти лагерь директоры Юлай Фәхрисламов.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре балаларҙың йәйге ялы менән таныша

Балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙары эшмәкәрлеге менән танышыу “Балалыҡтың ун йыллығы” программаһына ярашлы ойошторола. Был проект президент Владимир Путин указы буйынса тормошҡа ашырыла.

Юлдаш
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа