Мостай Кәрим ижадында сағылдырылған ҡиммәттәр мәңгелек

Мостай Кәрим ижадында сағылдырылған ҡиммәттәр мәңгелек https://bash.news/news/100806_mostaj_krim_izhadynda_sayldyrylan_immttr_mgelek
17 июл, 15:05

Улар барлыҡ халыҡтар өсөн көнүҙәк. Был турала ҡәрҙәш дәүләт - Ҡырғыҙстандың ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Аликбек Джекшенкулов Өфөгә сәфәре барышында белдерҙе. Ул халыҡ шағирының һәйкәленә сәскәләр һалды. Хөрмәт һәм ихтирамын белдерҙе. Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Ҡырғыҙстанда ла саралар үтә.

Мостай Кәрим ижадында сағылдырылған ҡиммәттәр мәңгелек
Мостай Кәрим ижадында сағылдырылған ҡиммәттәр мәңгелек

Мәктәптәрҙә уның ижадына арналған кисәләр ойошторола, фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыу ниәте лә бар тип билдәләне дипломатия миссияһы етәксеһе. “Мостай Кәрим Сыңғыҙ Айтматовтың дуҫы булды. Әҙәбиәттәребеҙҙең остаздары араһындағы кеүек йылы мөнәсәбәт ике ҡәрҙәш халыҡта ла оҙаҡ йылдарға һаҡланһын ине” тигән теләк белдерҙе илсе.

Мостай Кәрим ижадында сағылдырылған ҡиммәттәр мәңгелек

Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы донъя кимәлендә билдәләнә.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна