Башҡортостанда 1300-ҙән ашыу подъезда ремонт эштәре уҙғарыла

Башҡортостанда 1300-ҙән ашыу подъезда ремонт эштәре уҙғарыла https://bash.news/news/100839_bashortostanda_1300n_ashyu_podezda_remont_eshtre_uaryla

Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына ярашлы, бөгөн 1300-ҙән ашыу подъезда төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Ә 693-сө файҙаланыуға тапшырылған. Ҡайһы бер күп ҡатлы йорттарҙа тотҡарлыҡтар ҙа күҙәтелә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр подъездың бөгөнгө хәле менән ҡәнәғәт түгел. Өс тиҫтә йыл элек сафҡа ингән торлаҡ бөгөнгә тиклем ремонт күргәне булмаған. Ниһайәт, быйыл финанс мәсьәләһе хәл ителә. Эште башҡарасаҡ подрядсы ойошма табыла. Тик, ҡыуаныс оҙаҡҡа бармай.

Урындағы халыҡ дәғүәһен белдергәс эшселәр ҙә, яуаплы ойошма ла юҡҡа сыға. Сараһыҙлыҡтан улар район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә.

Асыҡланыуынса, эш бер-нисә этапта башҡарылырға тейеш булған. Эшсе ҡулдар етмәгәнлектән тотҡарлыҡтар күҙәтелгән. Бөгөн башлаған эште тамамлау буйынса яңы график төҙөлдө.

Ә Сипайлово биҫтәһенең Яр буйы урамындағы күп ҡатлы йорт подъезын төҙөкләндереү аҙна-ун көн элек тамамланған. Шулай уҡ, төрлө тотҡарлыҡтар менән ремонт бер айға тиклем һуҙылһа ла, эш еренә еткерелеп башҡарылған. Подрядсы ойошма биҙәкләү эштәрен, баҫҡыстарҙы йүнәтеп кенә ҡалмай, стеналаға матур һүрәттәр ҙә төшөргән. Тик бәғзеләр уны буяп та киткән.

Дмитрий Коротаев, подрядсы ойошма етәксеһе: “Бер аҙ тотҡарлыҡтар менән булһа ла, эш еренә еткерелеп башҡарылды тип уйлайым. Подъезды төҙөкләндереүгә ярайһы уҡ көс һалынды. Ләкин ҡайһы берәүҙәр уны матурлыҡты боҙоуҙан да тартынмай”.

Комплекслы ремонтлау программаһына ярашлы, быйыл республикала 4 меңгә яҡын подъезды төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған. Бөгөн ларҙың 693-сө ремонтланған. 1 сентябргә билдәләнгән пландың 80 процентҡа тиклем үтәлеүе көтөлә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостанда 1300-ҙән ашыу подъезда ремонт эштәре уҙғарыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд