Төркиә отелдәре рәсәйҙәр өсөн хаҡтарҙы төшөрҙө

Төркиә отелдәре рәсәйҙәр өсөн хаҡтарҙы төшөрҙө https://bash.news/news/100841_trki_oteldre_rsjr_sn_xatary_tshr
17 июл 2019, 23:14

Төркиә отелдәре Рәсәй туристары өсөн июль-август айҙарына хаҡтарҙы 10-15 процентҡа кәметкән. Яңылыҡ тураһында хәбәр итеүсе «Известия» гәзите быны йәшәү хаҡтарын күпкә күтәргән ҡунаҡханаларҙа ял итеүселәр һиҙелеп әҙәйеүе менән аңлата. Төркиәнең профессиональ отель менеджерҙары ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл августа Анталья отелдәре 90-92 процентҡа ғына туласаҡ.

Ҡайһы бер ҡунаҡханаларҙа был күрһәткес 80-82 проценттан да артмаясаҡ. Аналитиктар фекеренсә, һүҙ былтырғы уңышлы миҙгелдән һуң хаҡтарын күтәргән ҡунаҡханалар тураһында бара. Быйыл йыл аҙағына Төркиәлә Рәсәйҙән 6 миллиондан ашыу турист ял итер тип күҙаллана. Йылдың биш айында Урта диңгеҙ буйында 1,7 миллион ватандашыбыҙ ял иткән. Был былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда, 20 процентҡа күберәк.

Төркиә отелдәре рәсәйҙәр өсөн хаҡтарҙы төшөрҙө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд