Силәбе өлкәһе Ҡаҙаҡбай ауылында ауылдаштар йыйылды

Силәбе өлкәһе Ҡаҙаҡбай ауылында ауылдаштар йыйылды https://bash.news/news/100845_silbe_lke_aabaj_auylynda_auyldashtar_jyjyldy
17 июл 2019, 23:18

Тамырҙарҙы барлап һәм тыуған ерҙе данлап. Силәбе өлкәһе Ҡаҙаҡбай ауылында бер юлы ике милли сара үтте. Тулыраҡ «Уралым» ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.

Ауылдаштар шишмәгә исем биреү сараһына йыйылды. Оҙаҡ йылдар Фәхретдин исемле милләттәшебеҙ уны таҙартып, ҡарап тәрбиәләп тотҡан. Шишмәне яңынан тергеҙеүҙе Нәжибә Динмөхәмәтова күтәреп сыға.

Оҙаҡ йылдар социаль хеҙмәткәр булып эшләгән ханым битараф булмаған яҡташтарын туплап, инештең тирә-яғын тәртипкә килтергән.

Шишмәнән һыу алырға төрлө яҡтан киләләр. Шулай уҡ ул халыҡтың рухи һыуһынын ҡандыра: йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итә. Тантанала ауылдаштар киленгә һыу күрһәтеү йолаһын сәхнәләштерҙе.

Ошо уҡ көндө ауылдың мәҙәниәт йортонда Ғүмәр Аҙнабаевтың нәҫел-нәсәбе йыйылды. Туғандар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡайтҡан.

Аҙнабаевтарҙы уҡымышлы, эшлекле булараҡ беләләр. Улар төрлө өлкәлә башҡорт халҡын данлай. Мәҫәлән, Оксана менән Румия ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Улар буш ваҡыттарын түшелдеректәр әҙерләүгә бағышлай.

Сара рухи тамырҙарҙы барлап йәш быуынға мәңгелек ҡиммәттәрҙең асылын еткереү байрамына әйләнде.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Силәбе өлкәһе Ҡаҙаҡбай ауылында ауылдаштар йыйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество