Туймазы районынан Үмәровтар сәскә һатып бар илгә танылған

Туймазы районынан Үмәровтар сәскә һатып бар илгә танылған https://bash.news/news/100847_tujmazy_rajonynan_mrovtar_ssk_atyp_bar_ilg_tanylan
17 июл 2019, 23:20

Ғаилә һирәк раузалар, петуниялар һәм хатта, гранат менән инжир ҙа үҫтерә. Баҡсасылыҡ менән Үмәровтар ғаиләһе 16 йылдан ашыу шөғөлләнә. Һуңғы биш йылда яратҡан шөғөл табыш килтерә башлаған. Һатып алыусыларҙа айырыуса Англия раузалары менән петуния сорттарына һорау ҙур.

Бынан тыш, теплицала үҫкән субтропик үҫентеләр - лимон, әфлисун, инжир ағастары ла емеш бирә башлаған. Йорт ихатаһын гөл-баҡсаға әйләндергән Үмәровтар тураһында тирә-яҡта ғына түгел, Өфө һәм Мәскәү баҡсасылары ла яҡшы белә. Сөнки хужалар башҡалар менән матурлыҡ тыуҙырыу тәжрибәһен ихлас уртаҡлаша.

Туймазы районынан Үмәровтар сәскә һатып бар илгә танылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество