Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кандидат дәғүә итә

Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кандидат дәғүә итә https://bash.news/news/100849_bashortostan_bashlyy_vazifayna_ige_kandidat_d_it
17 июл 2019, 23:50

Бөгөн республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында тағы дүрт дәғүәсе теркәү үтеп, танытма алды. Блогер Владимир Кобзев «Пенсионерҙары социаль ғәҙеллек өсөн» партияһынан сығыш яһаһа, хоҡуҡ һаҡсыһы Зөлфиә Ғайсина «Яблоко» партияһы исеменән теркәү үтте. Һайлау кампанияһында «Рәсәй патриоттары» партияһынан эшҡыуар Рәфис Ҡадиров менән «Гражданлыҡ көсө»нән Владимир Барабаш та ҡатнаша. Һуңғыһы Ҡала проекттары үҫеше фондын етәкләй. Кандидаттарҙың республиканы үҫтереү буйынса пландары хаҡында киләһе яҙма.

Үҙәк һайлау комиссияһына төрлө партияларҙан 11 кеше документтарын тапшырғайны. Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат булараҡ теркәү үтер өсөн урындағы үҙидаралыҡ депуттарынан кәмендә 454 ҡултамға йыйырға кәрәк ине, шул иҫәптән 56-һы - ҡала һәм район советтары халыҡ һайланыусыларынан алына. Был этапты ике дәғүәсе үтә алманы, Сания Тимасова ла үҙ теләге менән һайлау кампанияһында ҡатнашыуҙан баш тартты. Һөҙөмтәлә комиссия ағзалары тарафынан һигеҙ кандидат раҫланды. Исемлектә бер гүзәл зат та бар. «Яблоко» партияһынан Зөлфиә Ғайсина. Ул алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы.

Зөлфиә Ғайсина, Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат: “Апрелдә һайлауҙарға әҙерләнә башланым. Ҡултамғалар йыйыу ауыр булманы. Сөнки күп авторитетлы кешеләр ҡеүәтләп сыҡты. Минеңсә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла күп яҡшы етәкселәр бар, шуның өсөн үҙемдең көстө һынап ҡарарға булдым. Республиканы үҫтереү буйынса уйҙар, идеялар күп”.

Кандидат танытмаһы сәйәси технолог Владимир Барабашҡа ла тапшырылды. «Гражданлыҡ көсө» партияһынан теркәлеүсе булараҡ ул халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү бурысын ҡуйған. Кандидат билдәләүенсә, депутаттарҙан ҡултамғалар йыйыу оло һынауға әйләнә, алда тағы ла көсөргәнешлерәк осор көтөлә.

Владимир Барабаш, Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат: “Ауыр һорауҙарҙы хәл итеү буйынса тәжрибәм ҙур. Был минең һөнәри эшмәкәрлегемә бәйле. Көрсөктән сығарыусы менеджер булараҡ үҙемә республикалағы проблемаларҙы хәл итеү маҡсатын ҡуйҙым. Бер мөҙҙәткә генә һайланырға ине. Минеңсә, власть халыҡ мәнфәғәтенән сығып эшләргә тейеш”.

«Шәреҡ» банкының элекке етәксеһе Рәфис Ҡадиров республика һайлаусыһына яҡшы таныш. 1993 йылда ул Башҡортостан президенты вазифаһына дәғүә иткән. Кандидат был юлы «Рәсәй Патриоттары» партияһынан тәҡдим ителгән.

Рәфис Ҡадиров, Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат: Демократия һәм либераль сәйәсәт, ҡануниәт булмаһа, иҡтисад та үҫешмәй. Мин республикаға инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу яҡлы. Шул уҡ ваҡытта һайлау кампанияһы ла ғәҙел үтергә тейеш.

«Пенсионерҙары социаль ғәҙеллек өсөн» партияһынан Владимир Кобзев та республика етәксеһе вазифаһына дәғүә итә. Һайлау алды агитацияһы ҡоралы булараҡ ул интернет ресурстарын файҙаланасаҡ. Сүп-сар менән көрәш алып барыусы блогер ҡағыҙ листовкаларға бөтөнләй ҡаршы.

Владимир Кобзев, Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат: “Бөгөн ҡайтҡас та мин юлдарҙы емереүсе йөк машиналары хаҡында яҙырға йыйынам, һуңынан сүп-сар реформаһы хаҡында. Халыҡты борсоған проблемаларҙы яҡтыртыуҙы дауам итәсәкмен. Һайлауҙарға килгән һәр кеше алдында һигеҙ кандидаттың исем-фамилияһы яҙылған бюллетень буласаҡ. Республикала йәшәүселәр сәйәси кампанияла кем еңеп сығасағын үҙҙәре хәл итә”.

Илона Макаренко, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: “Киләһе аҙнала кандидаттар араһында телевидение һәм радиола бушлай эфир ваҡыты һәм матбуғат баҫмаларында түләүһеҙ майҙан бүлеү буйынса йәрәбә үтә. 8 сентябрҙә республикала йәшәүселәрҙе һайлау участкаларында көтөп ҡалабыҙ. Тауыш биреү ваҡыты иртәнге сәғәт етенән киске туғыҙға тиклем оҙайтылды”.

Тауыш биреүселәр гражданлыҡ бурысын Рәсәйҙең теләгән нөктәһендә үтәй ала, бының өсөн 24 июлдән күп функциялы үҙәктәргә барып ғариза яҙырға мөмкин. Шулай уҡ кәрәкле һайлау участкаһын Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла билдәләргә була.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кандидат дәғүә итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа