Өфөлә икенсе халыҡ-ара экспорт форумы үтә

Өфөлә икенсе халыҡ-ара экспорт форумы үтә https://bash.news/news/100851_fl_ikense_xalyara_eksport_forumy_t
17 июл 2019, 23:52

Йүнәлеш сит ҡитғаларға. Йыйында ҡатнашырға республикаға төрлө төбәк һәм сит илдәрҙән өс йөҙҙән ашыу бизнес өлкәһе вәкилдәре килгән. Эшҡыуарлыҡ даирәһе етештерелгән продукцияны сит илдәргә оҙатыу, экспортлау өлкәһендәге ҡатмарлыҡтар һәм тышҡы баҙар мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Форумдан БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Сироп, кеҫәл, сәй һәм башҡа бик күп киптерелгән шифалы үләндәр. Беҙҙең аяҡ аҫтында ятҡан үҫемлектәр күп кенә сит илдәре өсөн ысын мәғәнәһендә хазина. Бигерәк тә ҡоро климатлы Ҡаҙағстан өсөн. Башҡортостан тәбиғәт хазинаһы менән бик теләп бүлешә.

Йәғни, экспорт аяҡ аҫтында ята ти, хеҙмәткәрҙәр. Ярай ҙа тура мәғәнәһендә түгел. Башҡортостан сит илдәргә тауарҙар оҙатыу йәһәтенән ярайһы уҡ алға киткән төбәк. Айырыуса ауыл хужалығы өмөтлө тармаҡтарҙың береһе.

Шишмә май һығыу заводы мәҫәлән сит илдәргә үҫемлек майы әҙерләй. Көнбағыш, бигерәк тә рапс майын бик теләп алалар. Шулай ҙа сит ил талаптарына яраҡлашыу еңелдән түгел. Орлоҡтарҙың иң яҡшыһы ғына һайлап алына.

Яҡын киләсәктә экспортҡа оҙатылған игенде тап юғары килемле культуралар алмаштырасаҡ. Һәм улар сеймал килеш түгел, ә тәрән эшкәртелеп оҙатылыуы ла шарт. Форумдың маҡсаты ла был йүнәлештең үҙенсәлектәрен барлау. Ошо рәүешле «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Уға ярашлы, Башҡортостан биш йыл эсендә сит илдәргә оҙатылған агросәнәғәт комплексы тауар күләмен өс тапҡырға арттырырға тейеш. Эш алымдарының бер төрө - экспортҡа тотоноусыларҙың сығымдарын субсидиялау.

Был субсидияны республиканың бер нисә предприятиеһы алды ла инде. Туймазының техник углерод етештереүсе компанияһы сит илдәр менән күптән эшләүенә ҡарамаҫтан, аҡсалата ярҙамдың үтә ваҡытлы булыуын билдәләй.

Киләсәккә сәйәсәт - ваҡ предприятиеларҙы ла башҡа ҡитғаларға йүнәлтеү. Бер ай элек кенә Австрияла Башҡортостан вәкиллегенең асылыуы ошоға дәлил. Вена күпкә яҡынайҙы. Сит илдәрҙә вәкиллектәр, сауҙа йорттары асыу ҙа милли проекттың бер талабы. Бәлки, киләсәктә беҙҙең үләндәрҙе Һиндостанда ла Башҡорт сәйе тип маҡтап эсерҙәр. Ә рапс майы зәйтүнгә конкуренция тыуҙырыр...

Автор: А.Кәбиров.

Өфөлә икенсе халыҡ-ара экспорт форумы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество