Башҡортостан ҡыҙы халыҡ-ара салғысылар ярышында еңде

Башҡортостан ҡыҙы халыҡ-ара салғысылар ярышында еңде https://bash.news/news/100893_bashortostan_yy_xalyara_salysylar_yaryshynda_ede
18 июл 2019, 15:03

VIII Халыҡ-ара салғысылар турниры Свердловск өлкәһенең Әртә ҡасабаһында үтте. Унда Рәсәйҙән һәм Франция, Украина, Словакия, Тажикстан, Әрмәнстан илдәренән 80 кеше бесән сабыу буйынса оҫталығын һынап ҡараған.

Башҡортостан ҡыҙы халыҡ-ара салғысылар ярышында еңде
Башҡортостан ҡыҙы халыҡ-ара салғысылар ярышында еңде

Ярышта Дыуан районынан Илһам Басиров, Анастасия Скороходова һәм Светлана Серебренникова ҡатнашты. Еңеүселәр тиҙлек, сабылған үләндең оҙонлоғо һәм ҡатнашыусының милли кейеменә ҡарап билдәләнде. Жюри барлыҡ күрһәткес буйынса Дыуандан Анастасия Скороходованы иң оҫта салғысы тип баһалай.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество