Август аҙағында Өфө урамдарында ГАЗ маркалы яңы автобустар йөрөй башлаясаҡ

Август аҙағында Өфө урамдарында ГАЗ маркалы яңы автобустар йөрөй башлаясаҡ https://bash.news/news/100932_avgust_aaynda_f_uramdarynda_gaz_markaly_yay_avtobustar_jrj_bashlayasa
18 июл 2019, 22:29

Республика йортонда «Газ төркөмө» ойошмаһы менән Башҡортостан хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Илебеҙҙә төрлө йүнәлештәге коммерция һәм йәмәғәт транспортын етештереүҙә махсуслашҡан предприятие республикала ныҡлы эшлекле партнерҙы күрә.

Башҡортостандың әле пассажир автобустары паркын яңыртыу бурысы тора. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, 500 самаһы йәмәғәт транспорты сараһына ҡытлыҡ һиҙелә. Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү нигеҙендә «ГАЗ төркөмө» тәүге автобустар партияһын август аҙағына заказ биреүсегә тапшырырға тейеш.

Килешеү пассажир автобустары менән генә сикләнмәй. Документ нигеҙендә Башҡортостан отошло хаҡ менән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн транспорт һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Республика етәксеһе Радий Хәбиров

техника өлгөһө менән махсус ойошторолған күргәҙмәлә танышты.

Август аҙағында Өфө урамдарында ГАЗ маркалы яңы автобустар йөрөй башлаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд