Путин Өфөлә янып киткән самолетты ултыртҡан пилоттарҙы бүләкләне

Путин Өфөлә янып киткән самолетты ултыртҡан пилоттарҙы бүләкләне https://bash.news/news/100934_putin_fl_yanyp_kitkn_samoletty_ultyrtan_pilottary_blklne
18 июл 2019, 22:31

Рәсәй Президенты «Ред Вингс» авиакомпанияһының двигателе янып киткән самолетты Өфөлә ултыртыусы экипаж ағзаларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Командир Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт инженеры Сергей Лакида «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнгән. Тағы ла 4 бортпроводник Нестеров миҙалдарына лайыҡ булған.

Ғәҙәттән тыш осраҡ Өфө аэропортында 2018 йылдың авгусында теркәлгәйне. Ул саҡта Өфө-Сочи рейсын үтәүсе самолет, двигателе янып китеү сәбәпле, кире Өфөгә ултырырға мәжбүр булды. Пассажирҙар ялҡын самолет бейеклеген алыу менән күреп ҡалып видеоға төшөрә.

Авиалайнер командиры кире Өфөгә ҡайтып, самолетты ғәҙәттән тыш хәл режимында ултыртырға ҡарар итә. Самолет ергә төшкәс пассажирҙар һауа тултырылған траптар буйынса эвакуациялана . 202 пассажирҙың береһе лә зыян күрмәй.

Путин Өфөлә янып киткән самолетты ултыртҡан пилоттарҙы бүләкләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество