Көйөргәҙе районында “Сүп-сар реформаһы” буйынса яңы алым уйлап тапҡандар

Көйөргәҙе районында “Сүп-сар реформаһы” буйынса яңы алым уйлап тапҡандар https://bash.news/news/100935_kjrge_rajonynda_spsar_reformay_bujynsa_yay_alym_ujlap_tapandar
18 июл 2019, 22:32

Дөйөм көс менән. Көйөргәҙе районында сүп-сар реформаһын индереүҙе тиҙләштереү маҡсатында яңы алым индерелә. Урындағы етәкселәр янғын һүндереүселәр һәм төбәк операторҙары менән килешеү төҙөп көндәлек ҡалдыҡтар махсус бүленгән урындарға сығарып яндырыла. Һөҙөмтәлә законһыҙ сүплектәр кәмей һәм тирә-яҡ таҙара. Теманы Флорида Ким дауам итә.

Көйөргәҙе районы Ермолаев ауылында көндәлек ҡалдыҡтарҙы йөк машиналары аҙнаһына өс тапҡыр сығара. Ғәмәлгә ашырыла башлаған сүп-сар реформаһына ярашлы, район үҙәген тәртиптә тотоу еңелерәк, әммә төпкөл ауылдарҙа йыйылған ҡый һирәк сығарыла.

Ольга Давыдова: “Беҙҙең яҡҡа сүп-сар ташыу машинаһы айына бер тапҡыр ғына килә. Йыйылған ҡый сереп ята. Ҡот осҡос хәл”.

Оҙаҡ йылдар дауамында урындағы халыҡ ғәҙәт буйынса ҡыйҙы дөйөм сүплеккә сығарған. Был алым республиканың башҡа район-ҡалаларына ла хас күренеш. Хәҙер иһә мәсьәлә дөйөм ил кимәлендә реформаға ярашлы хәл ителә. Айына бер тапҡыр сығарылған сүп өсөн район халҡы 35 һум түләй, әлбиттә, был хаҡ төбәк операторҙарын ҡәнәғәтләндермәй.

Николай Агарков, төбәк операторы вәкиле: “Тарифтар түбән, шуға ла сүп артынан айына бер нисә тапҡыр килеү беҙҙең өсөн килемле эшмәкәрлек тип әйтеп булмай”.

Сүп-сар реформаһына ҡағылышлы төбәк операторҙары менән урындағы халыҡ уртаҡ фекерҙә түгел икәне билдәле. Был осраҡта район етәкселәренең ярҙамына өмөтләнергә була. Көйөргәҙе районында ҡатмарлы реформаға әҙерлек күптән башланған.

Көндәлек ҡалдыҡтарын туплау контейнерҙары район предприятиеһында яһала. Сүп-сар реформаһы бойомға ашырыла башланғансы уҡ етештерелгән продукция күләме бер нисә тапҡыр арттырыла. Алдағы көндәрҙә Көйөргәҙе районының бөтә ауылдары ла контейнерҙар менән тәьмин ителер тип күҙаллана.

Алһыу Мөхәмәтшина, Сүп-сар контейнерҙарын яһау предприятиеһы хеҙмәткәре: “Заказ буйынса эшләйбеҙ.Район ҡулланыусылары өсөн төрлө контейнерҙарҙы етештерәбеҙ. Көйөргәҙе районын бокстар менән тәмьин итеп башҡа райондарҙан да заказдар ҡабул итергә әҙербеҙ”.

Дөйөм ниәттәр ябай, граждандарға өҫтәмә сығымдар йөкмәтмәй тирә-яҡты тәртипкә килтереү. Көйөргәҙе районы етәкселеге мәсьәләне хәл итеүгә төрлө ведомстваларҙы йәлеп итә. Янғын һүндереүселәр, төбәк операторҙары менән килешеү төҙөгәндән һуң сүп-сар йыйып яндырыла.

Район тәжрибәһенә ярашлы сүпте яндырыу ҡулай ысул тип баһалана. Күләмле эште башҡарыр өсөн ябай шарттарҙы үтәү мотлаҡ. Ул да булһа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмай йыйылған ҡыйҙы ауылдан алыҫ ерҙә юҡҡа сығарыу.

Автор: Флорида Ким.

Көйөргәҙе районында “Сүп-сар реформаһы” буйынса яңы алым уйлап тапҡандар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество