Асылыкүлдә ҡотҡарыусылар өс кешене ҡотҡарған

Асылыкүлдә ҡотҡарыусылар өс кешене ҡотҡарған https://bash.news/news/100941_asylykld_otaryusylar_s_keshene_otaran
18 июл 2019, 22:39

«Һыуҙа ҡотҡарыусылар» ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзалары Асылыкүлдә дауыл ваҡытында кәмә менән һыуға түңкәрелә яҙған өс кешене ҡотҡарған. Бәхеткә, был мәлдә ҡотҡарыусылар күл тирәләй патрулдә йөрөгән була.

Көслө елдән кәмәләре тишелгән һәм ишкәктәре һынған йәштәрҙең икәүһе йөҙә лә белмәгән. Уларҙың ҡотҡарыусыларға рәхмәте сикһеҙ. Дөйөм алғанда, ай дауамында ойошма ағзалары һыуҙа 13 кешенең, шул иҫәптән 4 баланың ғүмерен ҡотҡарған.

Асылыкүлдә ҡотҡарыусылар өс кешене ҡотҡарған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа