Стәрлетамаҡ районы Васильевка ауылы халҡы саңланған йәшелсә-емеш менән туҡланырға мәжбүр

Стәрлетамаҡ районы Васильевка ауылы халҡы саңланған йәшелсә-емеш менән туҡланырға мәжбүр https://bash.news/news/100943_strletama_rajony_vasilevka_auyly_xaly_salanan_jshelsemesh_menn_tulanyra_mzhbr
18 июл 2019, 22:43

Туҙанлы емеш-еләк. Улар бер йылдан ашыу тимер юлы буйына өйөлгән ҡырсынташтан ыҙа сигә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Тимер юлы ситендә тауҙай өйөлгән ҡырсынташ урындағы халыҡтың бәләһенә әйләнгән. Унан күтәрелгән саң ауылға тотош болот булып ябырыла.

Венера Юлбарыҫова был күренешкә тыныс ҡына ҡарай алмай. Уның ихатаһында ғына түгел, йортонда ла саң ҡунмаған бер мөйөш тә ҡалмаған. 50 йылға яҡын ғүмерен ул ошо ауылда уҙғара. Ваҡытында ауыл хужалығының бар йүнәлешендә лә эшләгән. Олоғайған көндә тыныслыҡта көн итергә эргә-тирәлә тауыш булыуы күңелде ҡыра, ти ул.

Ә инде экскаваторҙың ҡырсынташты тырнап КАМАЗ-дарға тейәүенә түҙеп торғоһоҙ, ти урындағы халыҡ. Был күренеш бер йылдан ашыу күҙәтелә. Ауылдаштар ниндәй генә инстанцияларға, ниндәй генә тупһаларҙы тапауҙарына ҡарамаҫтан һорау әлегәсә асыҡ ҡала. Яуап ҡағыҙҙары килеүгә ҡарамаҫтан бер ниндәй ҙә аныҡлыҡ юҡ.

Ә инде юл торошон әйтеп тораһы ла түгел. Иҫәпһеҙ ауыр йөк тейәгән машиналар үтеүенән ул төҙөклөгөн юғалтҡан. Беҙҙең ижади төркөм Васильевка ауылы ҡараған урындағы үҙидаралыҡҡа мөрәжәғәт итте.

Ауыл советы биләмәһе хеҙмәткәрҙәре урында йәшәүселәрҙең проблемаһы менән хәбәрҙар, күрәһең. Тик ниндәйҙер сара ҡабул итергә ашыҡмай, ти ауылдаштар. Мәсьәлә асыҡ ҡала. Ә халыҡҡа саңлы биләмәлә түҙеп йәшәүҙән башҡа сара юҡ.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Стәрлетамаҡ районы Васильевка ауылы халҡы саңланған йәшелсә-емеш менән туҡланырға мәжбүр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа