Өфөлә билдәле алып барыусы Камил Аҡсурин вафат булған

Өфөлә билдәле алып барыусы Камил Аҡсурин вафат булған https://bash.news/news/100945_fl_bildle_alyp_baryusy_kamil_asurin_vafat_bulan
18 июл 2019, 22:44

Өфөлә 57-се йәшендә билдәле алып барыусы, радио-телевидение дикторы Камил Аҡсурин вафат булған. Камил Аҡсурин Федоровка районы Батыр ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкованың дикторҙар мәктәбендә уҡый.

Башҡортостан телевидениеһына 80-се йылдар башында эшкә килә. Төрлө йылдарҙа Камил Аҡсурин радио һәм телевидение тапшырыуҙарының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы була. Һуңғараҡ иртәнге "Сәләм" программаһында алып барыусы һәм журналист булып эшләй. Камил Аҡсурин тыуған яғында ерләнде.

Өфөлә билдәле алып барыусы Камил Аҡсурин вафат булған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд