Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күп функциялы реабилитация-мәғариф үҙәге төҙөләсәк

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күп функциялы реабилитация-мәғариф үҙәге төҙөләсәк https://bash.news/news/100949_fl_mmkinlektre_siklngn_balalara_kp_funkciyaly_reabilitaciyamarif_ge_tlsk
18 июл 2019, 23:12

Унда психологик-медик, педагогик комиссияны ла урынлаштырыу ҡаралған. Йәғни төбәктә йәшәүселәргә бер урында комплекслы ярҙам күрһәтеләсәк. Яңы объект «Салют» шифаханаһы нигеҙендә ойошторола. Әлегә проект смета документацияһы әҙерләнә. Был турала республика етәксеһенең инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр менән осрашыуында билдәләнде.

Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға төҙөлөш һәм реконструкция эштәренә бәйле юл картаһы төҙөргә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләр мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Башҡортостан шифаханаларында дауалау курсы үтеүгә күберәк урын бүлеүҙе һораны. Бөгөн социаль страховкалау фонды тарафынан юлламалар башлыса Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә урынлашҡан һауыҡтырыу үҙәктәренә ҡаралған.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Аҡса унда бар, тик тарифтар бәләкәй. Шифаханалар эште башланы, әммә бер-бер артлы тәҡдимде кире ҡаҡтылар. Мәсетле районының «Ҡарағай» шифаханаһы ғына ризалашты. Ул 26 урын бүлде. Ә беҙҙә шифаханалар фонды 8500 урынға эйә. Исмаһам, ун процентҡа еткерергә мөмкинлек бар”.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан бюджетынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитацияуға 63 миллион һум аҡса бүленә. Ата-әсәләргә сертификаттар сентябрҙән тапшырыла башлай. Бер балаға матди ярҙам күләме 42 мең 800 һум тәшкил итә. Сумманы реабилитация үҙәктәрендә, шифаханаларҙа ҡулланырға мөмкин буласаҡ.

Гөлшат Ибраһимова, «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе: “Күп балалар реабилитация үҙәктәренә йөрөмәйҙәр. Интернетты асһаң, теге үҙәккә, был үҙәккә барырға аҡса йыялар. Ә был аҡсалата ярҙам - сертификат бына ошо һорауҙы сисергә ярҙам итәсәк”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күп функциялы реабилитация-мәғариф үҙәге төҙөләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд