Шишмә районындағы Ҡалмаш йылғаһында күпләп балыҡ ҡырылған

Шишмә районындағы Ҡалмаш йылғаһында күпләп балыҡ ҡырылған https://bash.news/news/100950_shishm_rajonynday_almash_jylaynda_kplp_baly_yrylan
18 июл 2019, 23:13

Социаль селтәрҙәрҙә Шишмә районы Ҡалмаш йылғаһында күпләп балыҡ ҡырылыу осрағы хаҡында мәғлүмәт бирелә. Балыҡсылар ебәргән фото һәм видеояҙмаларға Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре лә иғтибар итә. Балыҡсылар йәмғиәте, гигиена һәм эпидемиология үҙәге менән берлектә йылғаға рейд үткәрелә анализдар алына. Ҡалмаш йылғаһында һыу байлығы күпләп ҡырылыуын үҙ күҙҙәре менән күргән балыҡсылар менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова

Рәйес Урманов бала сағынан ошо йылға буйында үҫкән. Ҡалмаш йылғаһы ауылдың төп һыу сығанағы. Һуңғы осраҡ уҙаманды тамам аптырашҡа һала. Һыуҙа балыҡ ҡырылыуына ул бик борсола.

Рәйес Урманов, Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе: “Йылғаны ошо хәлгә төшөрөүсегә сәләм дә бирмәҫ инем. Һәр кем үҙенең эшен намыҫлы үтәргә тейеш. Ниңә беҙҙең эсәр һыуҙы бысратырға?”

Һәүәҫкәр балыҡсылар Ҡалмаш йылғаһындағы экологик хәлгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Йылға янынан үткәндә лә ауыр еҫ килә. Әйләнеп өҫкә ҡалҡҡан йәнһеҙ балыҡтарҙы күреү улар өсөн иң аяныслыһы.

Надир Айытов, Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе: “Бында һыуға яҡын килерлек түгел, еҫ, ҡондоҙ,шәшке, боландар ошонан һыу эсә ине, хәҙер был ерҙе ҡалдыралар”.

Таҙартыу ҡоролмаһы торбаһынан үрҙәрәк Өфөнән килгән балыҡсы Руслан Йәһүҙин дә бер-нисә көн элек бында йылға балыҡтарының күпләп ҡырылыуына шаһит булған.

Руслан Йәһүҙин, балыҡсы: “Кем ғәйепле икәнен дә әйтә алмайым, элегерәк балыҡ шәп ине, йылдан-йыл кәмей,бәлки электр ҡармағы менән ҡырғандарҙыр”.

Шишмә районында урынлашҡан биологик таҙартыу ҡорамалдары дирекцияһы ла Ҡалмаш йылғаһында килеп тыуған хәл хаҡында хәбәрҙар.

Азат Хәкимов, «Шишмә» таҙартыу ҡорамалдары хужалығы директоры: “Йылғала балыҡ ҡырылыуы насар әлбиттә, Ҡалмаш йылғаһының аҡмай быуылып торған урыны ла бар, йылғаны таҙартырға кәрәк”.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ла Ҡалмаш йылғаһында күпләп балыҡ ҡырылыуы контролгә алынған. Әммә Шишмә районы балыҡсылары ла Ҡалмаш йылғаһы таҙалығы һәм ундағы тереклек өсөн көрәштә сигенергә теләмәй. Бер төркөм активистар берләшеп, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына ғариза яҙып, үҙ аллы тикшереүҙәргә тотонмаҡсы.

Шишмә районының Ҡалмаш йылғаһы торошо өсөн борсолоусылар был торбанан алынған һыуҙы Өфөгә, махсус лабораторияға тикшертеүгә ебәрәсәк. Анализдар һөҙөмтәһенән һуң килеп тыуған экологик проблемаға нөктә һуйыласаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Шишмә районындағы Ҡалмаш йылғаһында күпләп балыҡ ҡырылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество