Краснокама районында бағры фермаһы төҙөләсәк

Краснокама районында бағры фермаһы төҙөләсәк https://bash.news/news/101021_krasnokama_rajonynda_bary_fermay_tlp_btsk
19 июл 2019, 22:14

Радий Хәбиров Краснокама районы үҙәгенә эш сәфәре барышында урындағы балыҡсылыҡ предприятиеһын мотлаҡ сафҡа индереү кәрәклеген белдерҙе һәм проектты инвестиция сәғәтенә фекер алышыуға сығарырға ҡушты.

Николо-Березовкала бағры үрсетеү фермаһы биш йыл элек төҙөлә башлағайны. Долларҙың ҡапыл күтәрелеүе, һөҙөмтәлә барлыҡ материалдарға ла хаҡ артыуы арҡаһында эштәр туҡтап ҡала. Әле биомодулдәрҙе рәткә килтереп эш башлау өсөн 50 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Республика етәксеһе Николо-Березовкала тарихи-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө менән дә танышты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был урын диндарҙар һәм туристар өсөн дә үҙенә тартып торған ер булырға тейеш. Әле үҙәктә Кама йылғаһы яры, боронғо архитектур ҡоролмалар ремонтлана. Проектҡа ярашлы, 26 боронғо йорт , төп тарихи мираҫ булып торған Никольский ҡорамы ла төҙөкләндереләсәк.

Краснокама районында бағры фермаһы төҙөләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна