Өфөлә төбәк таможняһының 30 йыллығына арналған тантаналы саралар үтте

Өфөлә төбәк таможняһының 30 йыллығына арналған тантаналы саралар үтте https://bash.news/news/101022_fl_tbk_tamozhnyayny_30_jyllyyna_arnalan_tantanaly_saralar_tte
19 июл 2019, 22:21

10 йыл эсендә – 70 миллиард һум. Был сумманы ил ҡаҙнаһына Башҡортостан таможняһы күсергән.

Радий Хәбиров федераль таможня хеҙмәте етәксеһе Владимир Булавин менән осрашты. Әңгәмә барышында электрон таможня иҫәбе алып барыу мөмкинлектәре һәм декларацияларҙы «Етештереү урыны» тигән юл менән тулыландырыу мәсьәлһе ҡаралды. Алдараҡ был проблеманы Радий Хәбиров экспорт форумында күтәргәйне.

Төбәктәрҙең дөйөм тауар әйләнеше күләмендә йыш ҡына урында етештерелгән продукция иҫәпкә алынмай. Ыңғай статистика экспортер компания теркәлгән төбәктәргә төшә. Әңгәмә барышында шулай уҡ таможня документтары әйләнешен электрон вариантҡа күсереү тураһында ла һөйләшелде. Әленән үк экспорт буйынса декларацияларҙың 86 проценты автоматик рәүештә теркәлә. Быға ни бары өс минут ваҡыт китә.

Радий Хәбиров менән Владимир Булавин таможня ведомствоһы ветерандары һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм билдәләр тапшырҙы. Тап улар көсө менән республикалағы 26 инвестиция проекты уңышлы оҙатыла.

Автор: Максим Окунев.

Өфөлә төбәк таможняһының 30 йыллығына арналған тантаналы саралар үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество