«Ҡарағай» торлаҡ комплексында балалар баҡсаһы буласаҡ

«Ҡарағай» торлаҡ комплексында балалар баҡсаһы буласаҡ https://bash.news/news/101029_araaj_torla_kompleksynda_balalar_basay_bulasa
19 июл 2019, 22:29

Ул 160 урынға иҫәпләнгән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәте менән Мәғариф министрлығына мөһим социаль объектты төҙөүҙе яйға һалырға һәм был объект өсөн яуаплы «Өсөнсө трест»ы йәлеп итергә ҡушты.

Төбәк етәксеһенә микрорайонда йәшәүселәр үҙҙәре мөрәжәғәт иткән. Биҫтәлә фатир алыусылар, балаларын баҡсаға Зорге һәм Октябрь проспектында урынлашҡан балалар учреждениеларына йөрөтәбеҙ, тип зарланған.

Төҙөүсе ойошма үҙенең сағыу рекламаһын тормошҡа ашырмай, журналистар менән аралашмай. Маркетинг бүлеге ҡыҫҡа иғлан менән сығыш яһай; балалар баҡсаһы төҙөү тураһында кампания бер ниндәй ҙә вәғәҙә бирмәгән. Әлеге мәлдә «Ҡарағай» торлаҡ комплексында 5 меңдән ашыу кеше йәшәй, улар башлыса, мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән йәш ғаиләләр.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы: “Республика етәксеһенең беҙгә һәм ҡала хакимиәтенә ҡушыуы буйынса, төҙөүселәр был объектҡа ҡарата яуаплылыҡ арттырһын өсөн эш башланды. Бөтә проект һәм смета документтар әҙер, нигеҙе булған төҙөлөштө 6-7 ай эсендә төҙөргә мөмкин”.

Автор: Гүзәл Борханова.

«Ҡарағай» торлаҡ комплексында балалар баҡсаһы буласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество