«Өфө Арена»ла көйәрмәндәр өсөн викторина-бәйге ойошторолдо

«Өфө Арена»ла көйәрмәндәр өсөн викторина-бәйге ойошторолдо https://bash.news/news/101033_f_arenala_kjrmndr_sn_viktorinabjge_ojoshtoroldo
19 июл 2019, 22:33

«Өфө Арена»ла хоккей квизы. Көйәрмәндәр «Салауат Юлаев» командаһына арналған викторинала ҡатнашыу өсөн командаларға берләште. Унда ҡатнашыусылар дүрт өлөштән торған 28 һорауға яуап бирҙе. Квизда команда уйынсылары ла белемен һынап ҡараны.

«Өфө Арена» трибуналарында ял осоро өсөн ғәҙәти булмаған йәнлелек. Фанаттар йәшел кейемдәге команда уйынсыларын боҙа сығыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Шуға ла йәйге кистәрҙең береһендә квиз уйынын ойошторҙо. Яратҡан командаһы тураһында һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Викторина 4 өлөштән торҙо, һәр береһендә 7-шәр һорау. Көйәрмәндәр өсөн иң ҡатмарлыһы юлаевсыларҙы бала саҡтағы фотоһүрәттәренән таныу булды. Шулай уҡ уйынсыларҙың фамилиялары йәшерелгән ребустарҙы сисеү ҙә еңелдән бирелмәне. Боҙ майҙанында арбитрҙар күрһәткән ым-ишараларҙың мәғәнәһен аңлатып биреүгә ҡағылған һорауҙар ҙа булды. Уларҙың ҡайһы берҙәренә хатта, тәжрибәле спорт журналистары ла яуап таба алманы.

«Өфө-арена» боҙ һарайында ойоштороусылар күптән был викторинаны үткәрергә ниәтләгәйне. Миҙгел алдынан уны уҙғарырға форсат булды. Әммә рекорд ҡуйыу теләге тормошҡа ашманы. Ғариза биргән 100 команданың 67-һе генә үҙ мөмкинлеген һынарға йөръәт итте. Әммә ойоштороусылар бошонмай. Тағы ла бер квиз уйын миҙгеле асылғас үтәсәк.

Викторинала көйәрмәндәр генә ҡатнашманы. Трибунала команданы дәртләндереү төркөмө ҡыҙҙары, хатта уйынсы ла булды. Ҡапҡасы Андрей Кареев бындай сараларҙа йыш ҡатнаша. Үҙе уйнаған команда тураһында һорауҙарға яуап эҙләү уға икеләтә ҡыҙыҡ тойолдо.

Квиз һөҙөмтәләре буйынса ҡапҡасы Андрей Кареев уйнаған «РукаЛицо» командаһы еңеүсе тип табылды. Көйөрмәндәр әлбиттә, уның ярҙамынан тыш һорауҙарҙы хатаһыҙ ғына яуапланыҡ тип ышандырҙы. Әммә викторинала ла хоккейҙағы кеүек ышаныслы ҡапҡа һаҡсыһынан тыш еңеүгә ирешеп булмай.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

«Өфө Арена»ла көйәрмәндәр өсөн викторина-бәйге ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа