Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһына, Краснокама һәм Яңауыл райондарына эш сәфәре менән барҙы

Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһына, Краснокама һәм Яңауыл райондарына эш сәфәре менән барҙы https://bash.news/news/101034_radij_xbirov_aiel_alayna_krasnokama_m_yaauyl_rajondaryna_esh_sfre_menn_bary
19 июл 2019, 23:08

20 августа Ағиҙел портынан сит илгә ашлыҡ оҙатыла башлаясаҡ. Был турала Радий Хәбиров ҡалаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Иген экспортлауҙы яйға һалыу өсөн Төркиә инвесторҙары ярҙамы менән йылғаның үҙәне тәрәнәйтелә, портҡа төшөү юлдары төҙөкләндерелә. Һөҙөмтәлә төбәктә яңы эш урындары булдырыу, иҡтисади үҫеште тәьмин итеү бурысы ҡуйыла. Республика етәксеһенең Ағиҙел ҡалаһы, Краснокама һәм Яңауыл райондарына сәфәре барышында күтәрелгән мәсьәләләр тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Ағиҙелдә транспорт инфраструктураһын яйға һалыу бизнесын тергеҙеү, предприятиеларҙы йәнләндереү, ғөмүмән ҡаланың социаль-иҡтисади хәлен көйләү өсөн берҙән- бер юл.

Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында консервацияланған атом электр станцияһы биләмәһендә эшҡыуарлыҡты йәйелдереү өсөн дә тимер юлын тергеҙеү мөһим. Бының өсөн 318 миллион һум аҡса талап ителә. Күптән түгел республика етәкселеге был маҡсатҡа федераль аҡсалар йәлеп итеү тураһында һөйләшеп килеште. Сығымдарҙың 75 проценты үҙәк ҡаҙнанан финансланасаҡ. Ҡалғаны республика бюджетынан.

Ағиҙел ҡалаһында эш урындары булдырыу, иҡтисади хәлде көйләү маҡсатында112 мең квадрат метрға йәйелгән майҙанда индустриаль парк ойоштороу күҙаллана. Әлегә ташландыҡ, әммә бизнес алып барыу өсөн ярайһы уҡ яҡшы шарттары булған биналарға өс предприятие килергә теләк белдергән.

Радий Хәбиров Краснокама районы үҙәгендә урындағы балыҡсылыҡ предприятиеһын мотлаҡ сафҡа индереү кәрәклеген белдерҙе һәм проект етәкселәрен инвестиция сәғәтенә фекер алышыуға сығарырға ҡушты. Николо-Березовкала бағры үрсетеү фермаһы биш йыл элек төҙөлә башлағайны. Доллар курсы ҡапыл күтәрелеүе, һөҙөмтәлә барлыҡ материалдарға ла хаҡ артыуы арҡаһында эштәр туҡтап ҡала. Әле биомодулдәрҙе рәткә килтереп эш башлау өсөн 50 милоион һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Республика етәксеһе Николо-Березовкала тарихи-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө менән дә танышты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был урын диндарҙар һәм туристар өсөн лә үҙенә тартып торған ер булырға тейеш. Әле үҙәктә Кама йылғаһы яры, боронғо архитектур ҡоролмалар ремонтлана. Проектҡа ярашлы, 26 боронғо йорт төп тарихи мираҫ булып торған Никольский ҡорамы ла төҙөкләндереләсәк.

Яңауыл теплица комбинатын аяҡҡа баҫтырыу өсөн дә дәүләт ярҙамы талап ителә. Юғиһә, 92 йылдан уҡ эшләп килгән ауыл хужалығы предприятиеһының бөлгөнлөккә төшөүе ихтимал.Теплица комбинаты әле йылына мең тонна йәшелсә етештерә. Продукцияны арттырыу өсөн ер участкаһы, кадрҙар ҙа бар. Әммә йылытмалар төҙөү өсөн финанс ярҙам талап ителә.

Банктар беренсе иғәнә булмағас кредит биреп бармай, субсидиялар алыу өсөн дә тәү сиратта эштәрҙе башҡарырға кәрәк. Был ҡуласанан дәүләт ярҙамы менән генә сығыу мөмкин, ти хеҙмәткәрҙәр. Радий Хәбиров предприятиеның үҫеш проектын эшләп инвестиция сәғәтендә ҡарарға сығарырға ҡушты.

Автор: А Кәбиров.

Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһына, Краснокама һәм Яңауыл райондарына эш сәфәре менән барҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество