Нуриман һәм Иглин районындағы юл мәсьәләләрен Инцидент хәл итте

Нуриман һәм Иглин районындағы юл мәсьәләләрен Инцидент хәл итте https://bash.news/news/101062_nuriman_m_iglin_rajonynday_yul_msllren_incident_xl_itte
20 июл 2019, 20:21

Нуриман районы Первомайск һәм Саруа ауылдары араһындағы юл күптән инде ҡаршылыҡ һыҙатын хәтерләтә. Көн дә уның аша кешеләр эшкә йөрөй. Ағас тейәгән йөк машиналары өсөн дә был әһәмиәтле ара. Сөнки ул Ҡариҙел районында ағас әҙерләүселәрҙе Өфөгә илткән берҙән-бер юл һанала. Ә Бөрө аша сыҡҡанда артыҡ 150 саҡрымды үтергә тура килә. Ташҡын мәлендә иһә машиналар был участканан бөтөнләй үтә алмай.

Рөстәм Хисмәтуллин, Ҡариҙел районының Урман әҙерләү ойошмаһы вәкиле: “Йөк тейәгән машиналарҙы юл күтәрә алмай, батып ултырған саҡтар йыш теркәлә. Шуға ла беҙ коллонна менән йөрөйбөҙ. Хәүефле участканы бергәләп үтергә тырышабыҙ”.

Ағас ҡырҡыусылар юлды үҙҙәре лә төҙөкләндереп ҡарай. Ләкин, финанслау тик саҡрым ярымға ғына еткән. Сараһыҙлыҡтан улар күп йыллыҡ проблема тураһында социаль селтәргә яҙа. Ялыу Инцидент программаһында теркәлә.

Ысынлап та, ремонт эше оҙаҡ көттөрмәне. 6 саҡрымдан ашыу үтеп сыҡҡыһыҙ участкаға ҡырсынташ түшәлде. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 30 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Октябрь урталарына тиклем юлды тулыһынса тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылған.

Валерий Балявин, Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының бүлек етәксеһе: “Әлеге ваҡытта ремонт эштәре дауам итә. Киләсәктә юлды тағы ла яңыртып, ҡомло-таш ҡатнашмаһын түшәргә иҫәп тотабыҙ”.

Күптән түгел, ошоға оҡшаш хәл Иглин районында ла күҙәтелде. Тимер юл аша сыға торған участка ремонтланған ваҡытта халыҡ Таутөмән, Сыуаш-Ҡыбау һәм Урман ауылдары аша йөрөнө. Ремонт эштәре барышында ла был юлдар үтеп сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡ һыҙатына әйләнә. Проблема Инцидент системаһы ярҙамында хәл ителә. Юлға ҡырсынташ түшәлә, киләсәктә асфальт һалынасағына ла өмөт бар.

Инцидент менеджменты 2018 йылдың октябренән эшләй. Ул социаль селтәр аша халыҡ мөрәжәғәтен хәл итеү нигеҙендә ҡоролған. Юл мәсьәләһе генә мәҫәлән, киҫкен проблемаларҙың береһе һанала. Урындағы етәкселектең яуабын алыуға 3 сәғәттән алып 8 көнгә тиклем ваҡыт китә. Ә ҡайһы саҡта республика ҡатнашлығында хәл итеү ҙә талап ителә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Нуриман һәм Иглин районындағы юл мәсьәләләрен Инцидент хәл итте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа