Рәсәйҙә йәшәүсе сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары Башҡортостанда осрашты

Рәсәйҙә йәшәүсе сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары Башҡортостанда осрашты https://bash.news/news/101070_rsj_jshse_sik_bujy_skrre_veterandary_bashortostanda_osrashty
20 июл 2019, 21:54

Иглин районында уҙған төбәк-ара форумда «Ямалдан Мәскәүгә тиклем» акцияһына йомғаҡ яһалды, ил төбәктәренән килгән погрансыларға артабан Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторолдо.

Республика һуғыш ветарандары госпиталендә эшләүсе Фирғәт Байрамғолов 1979 йылда хеҙмәткә алына. Советтар Союзы менән Ҡытай сиген һаҡлай. Хеҙмәт мылтыҡ тотоп сик буйында тороу ғына түгел. Ул үҙе айырым бер тормош. Тайгала һыйыр һауырға, икмәк бешеререгә, йәш фельдшерға армиялағыларҙы дауаларға ла тура килгән.

Сәстәрендә сал, әммә йылдар артында ҡалған хәрби хеҙмәт девизы уларҙы йәшлегенә алып ҡайта. Хәрби бурысын сик буйын һаҡлап үткәргән ветерандар быйыл форумға Башҡортостанда, Иглин районына йыйылды. Ямалдан Мәскәүгә тиклем акцияһын башлап ебәреүселәр- Муравленко ҡалаһында йәшәй. Улар ҙа алыҫ араны яҡынайтып форумға килеп еткән.

Ил сиген һаҡлау йүнәлеше буйынса республикала кадет класы бар һәм егеттәр уҡыуын артабан Мәскәү, Петербург институттарында дауам итә. Ә элек иһә егеттәрҙе комсомол йүнәлткән.

Ветерандар билдәләүенсә, ике дәүләт араһындағы сик ҡағиҙәләрен боҙоусылар элек тә булған һәм хәҙер ҙә был хеҙмәт тыныс шарттарҙа үтмәй. Шуның өсөн был ғәскәрҙәргә егеттәр тик контракт нигеҙендә ҡабул ителә. Ил хәүефһеҙлеге һағында тороусылар иләктән үткәрелеп һайлап алына.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Рәсәйҙә йәшәүсе сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары Башҡортостанда осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд