Башҡортостанда Француз сырҙары етештереләсәк

Башҡортостанда Француз сырҙары етештереләсәк https://bash.news/news/101188_bashortostanda_franczuz_syrary_eteshterelsk
23 июл 2019, 00:11

Иртәгә Бәләбәйҙә урынлашасаҡ предприятиеның нигеҙ ташы һалына. Был сарала ҡатнашырға сит ил вәкилдәре, эшҡыуарҙар килгән. Бөгөн Францияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Башҡортостан етәксеһе менән осрашты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан менән Франция араһындағы хеҙмәттәшлек нығый һәм тауар әйләнеше лә артҡан. Айырыуса минераль яғыулыҡ экспорты үҫкән. Ғөмүмән, республика сит ил инвесторҙары өсөн асыҡ. Яңыраҡ ҡына Венала Башҡортостан вәкиллеге ойошторолоуы, Австрия менән тура рейстар барлыҡҡа килеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Оҙаҡламай ошондай вәкиллек Истамбул ҡалаһында ла асыласаҡ. Франция менән хеҙмәттәшлек тағы ла киңерәк йәйелдерелгән осраҡта Парижда ла вәкиллек асыу мөмкин, тине Радий Хәбиров. Бының өсөн нигеҙ ныҡлы.

Осрашыуҙа коммуналь өлкәгә ҡағылышлы килешеү ҙә төҙөлдө. Республика Француз компанияһы ярҙамында ҡала инфраструктураһын яҡшыртыу, коммуникацияларҙы, таҙартыу ҡорамалдарын яңыртырға иҫәп тота.

Сильви Берманн Француз Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле: “Суэз – тотош донъяға танылған ҡеүәтле француз компанияһы . Улар ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, аҡыллы ҡалалар төҙөү менән шөғөлләнә. Тап бөгөн киләһе хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды. Бик күп тәҡдимдәр бар. Башҡортостан уларҙы оҡшатыр тип ышанабыҙ һәм киләсәктә һөҙөмтәләр күренер”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостанда Француз сырҙары етештереләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд