Бәләбәйҙә йомшаҡ француз сырҙары етештерелә башлаясаҡ

Бәләбәйҙә йомшаҡ француз сырҙары етештерелә башлаясаҡ https://bash.news/news/101276_blbj_jomsha_franczuz_syrary_eteshterel_bashlayasa
23 июл 2019, 22:23

Бөгөн буласаҡ предприятиеның тәүге нигеҙ ташы һалынды. Тантаналы сарала ҡатнашырға францияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Сильви Берманн һәм инвесторҙар килде.

Буласаҡ производство Бәләбәй һөтсөлөк комбинаты нигеҙендә эшләйәсәк. Башҡортостан предприятиеһы артабанғы үҫеш стратегияһын тик инвесторҙар ярҙамында ғына күрә. Яңы етештереү линиялары төҙөү өсөн сит ил вәкилдәре 2 миллиард һум аҡса һалырға әҙер. Һөҙөмтәлә йылына туғыҙ мең тонна йомшаҡ сыр етештереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Әле Бәләбәй һөтсөлөк комбинаты айына мең тонна сыр етештерә.

Республика ҡаҙнаһына йыл да 5 йөҙ миллион һумға тиклем һалым күсерелә. Цехтарҙа 750 кеше эшләһә, киләсәктә хеҙмәткәрҙәр һаны тағы ике йөҙгә артасаҡ. Эшселәр урындағы халыҡ араһынан Францияла уҡытыласаҡ. Йомшаҡ сырҙар етештереү өсөн һөттөң сифаты яҡшы. Әгәр бер килограмм ҡаты сыр етештереү өсөн 10-11 килограмм һөт талап ителһә, йомшаҡ сырға 7-8 кг. Әммә иң сифатлы һөт ҡулланыла.

Жан Поль Торрис, Савенсия компаниялар төркөмө етәксеһе: “Йомшаҡ сырҙар етештереү урыны итеп Бәләбәй осраҡлы ғына һайланманы. Был төбәктә нефть һәм нефть химияһы менән бәйле предприятиелар юҡ. Беҙ таҙа продукцияға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Бынан тыш, Бәләбәйҙә һөттөң сифаты ла бик яҡшы, логистика ла уңайлы”.

Радий Хәбиров Дәүләкән ҡалаһында «Башҡортостан ихаталары» программаһының тормошҡа ашырылыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Республика етәксеһе төҙөүселәргә урындағы халыҡ менән кәңәшләшеп эшләргә ҡушты. Дәүләкән ҡалаһында әле программаға ярашлы, 8 йорт ихатаһында төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Был маҡсатҡа 22 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Әммә проектта ҡаралған барлыҡ пункттар ҙа иҫәпкә алынмаған.

Программа ихатаны асфальтлау менән бер рәттән парковка урындары булдырыу, яҡтыртыу ҡорамалдары, урналар, эскәмйәләр урынлаштырыуҙы, балалар майҙансығын төҙөүҙе лә күҙ уңында тота. Халыҡ менән аралашыу ваҡытында йорттарҙа йәшәүселәрҙең башҡарылған эштәр менән ҡәнәғәт булмауы асыҡланды.

Радий Хәбиров Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһына ла туҡталды. Әле бында 200-гә яҡын кеше эшләй. Уртаса хеҙмәт хаҡы 13 мең һум самаһы. Радий Хәбиров эш хаҡын күтәреү сараларын күрергә ҡушты. Республикала әле еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы әҙерләнә. Радий Хәбиров аяҡ кейеме фабрикаһын ошо программаға индереү кәрәклеген белдерҙе һәм был эште башҡарып сығыуға ике аҙна ваҡыт бирҙе.

Бәләбәйҙә йомшаҡ француз сырҙары етештерелә башлаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество