Октябрьскийҙағы заманса ҡулайлама нефть сыҡҡан урындарҙы тиҙерәк асыҡларға ярҙам итәсәк

Октябрьскийҙағы заманса ҡулайлама нефть сыҡҡан урындарҙы тиҙерәк асыҡларға ярҙам итәсәк https://bash.news/news/101477_oktyabrskijay_zamansa_ulajlama_neft_syan_uryndary_tierk_asylara_yaram_itsk
25 июл 2019, 23:55

Октябрьский ҡалаһы предприятиеларының береһе нефть сығарыуҙы әҙерләү буйынса биш ҡулайлама төҙөүҙе планлаштыра. Был мәсьәлә Башҡортостандың инвестиция комитеты тарафынан уҙғарылған «Сәнәғәт сәғәте»ндә ҡаралды. Заманса сервис нефть сыҡҡан урындарҙы тиҙерәк асыҡларға ярҙам итәсәк. Мобиль ҡоролма менән ятҡылыҡта эш тә иртә башлана.

Был компанияларҙың урында объекттар төҙөлөшөнә киткән капиталь сығымдарын күпкә кәметәсәк. Инвестиция күләме – 1 миллиард һум тәшкил итә. Предприятие етәкселеге Рәсәй һәм Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фондтары тарафынан да ярҙам аласаҡ. Проектҡа ярашлы, урында өҫтәмә илле эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Михаил Кравцов, предприятие етәксеһе: “Донъяла нефть сығарыуҙы әҙерләү сервисы буйынса эш күптән алып барыла. Хәҙер ул Рәсәйгә лә юл яра. Барлыҡ компанияларҙа тиерлек яңы алымды һайлай. Шуға тап был йүнәлештә эшләү, уны үҫтереү, финанслау отошло. «Сәнәғәт сәғәте»ндә ҡатнашыу – идеяларҙы тиҙерәк тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә”.

«Сәнәғәт сәғәте»ндә Октябрьскийҙа урынлашҡан реабилитация үҙәгендә яңы корпустар төҙөү мәсьәләһе лә ҡаралды. Учреждение бөгөн ҡалала йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтә, көкөрт водороды менән дауалау ойошторолған. Киләсәктә бында барлыҡ Башҡортостан халҡын ҡабул итеү планлаштырыла. Ошо маҡсаттан һалым буйынса ташламалар биреү һоралды.

Шулай уҡ урындағы пластмасса әйберҙәр заводында ла производство күләме киңәйтелә. Яңы станоктар алыу, эш урындарын арттырыу күҙаллана. Предприятие етәкселеге Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фонды менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ташламалы займдар ярҙам итә.

Раил Фәхретдинов, пластмасса әйберҙәр заводы етәксеһе: “Был осһоҙ аҡса. Ваҡыты – биш йылдан ете йылға тиклем күрһәтелгән. Хөкүмәт менән бизнес та үҙенә ҙур яуаплылыҡ ала, иң мөһиме уларҙы үтәргә”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Октябрьскийҙағы заманса ҡулайлама нефть сыҡҡан урындарҙы тиҙерәк асыҡларға ярҙам итәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа