Башҡортостан кубогының сирек финал матчтары үтте

Башҡортостан кубогының сирек финал матчтары үтте https://bash.news/news/101485_bashortostan_kubogyny_sirek_final_matchtary_tte
25 июл 2019, 23:59

Футбол тураһында. Өфөнөң «Динамо» стадионында «Сармат» менән Учалының «Горнягы» осрашты. Башта уңыш майҙан хужалары яғында булды. Уйындың тәүге яртыһынан уҡ улар 2-гә 0 менән алға сыҡты. Әммә икенсе таймда ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште һәм осрашыу өҫтәлмә ваҡытта дауам итте.

Овертаймда судья ике командаға ла ҡыҙыл карта күрһәтте. «Сармат» матчтың һуңғы минуттарында таусыларҙан еңеүҙе тартып алырға өлгәште. Иҫәп Өфө командаһы файҙаһына 3- кә 2.

Сирек финалдың башҡа уйындарында «Стәрлетамаҡ» «Ишембай»ҙы 4-кә 0 иҫәбенә еңде. «Старт-Альтаир», «Башҡортостан» клубынан көслөрәк булып сыҡты. 2 -гә 0. Туймазының «Спартагы» «Өфө» дублерҙарын 3-кә 0 иҫәбе менән тар-мар итте. Шулай итеп ярымфиналда «Спартак», «Стәрлектамаҡ» менән, ә «Сармат» , «Старт-Альтаир» менән осраша.

Башҡортостан кубогының сирек финал матчтары үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна