Радий Хәбиров Рәсәй журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән осрашты

Радий Хәбиров Рәсәй журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән осрашты https://bash.news/news/101528_radij_xbirov_rsj_zhurnalistar_soyuzy_rjese_vladimir_solovev_menn_osrashty
26 июл 2019, 22:16

Халыҡҡа хаҡ һүҙҙе ялғандан айырырға ярҙам итергә кәрәк. Был турала Радий Хәбиров Рәсәй журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән осрашыуҙа белдерҙе. Унда шулай уҡ төбәк киң мәғлүмәт саралары үҫеше, социаль коммуникацияларҙың яңы формалары, журналистар йәмғиәтенә ярҙам итеү мәсьәләләре барланды.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, идарасы команда киң мәғлүмәт саралары өсөн мөмкин тиклем асыҡ. Ләкин был асыҡлыҡтың кире яҡтары ла булып тора. Мәғлүмәтте яңылыш аңлап йәки махсус рәүештә үҙгәртеп биреүселәр бар. Һөҙөмтәлә фейк яңылыҡтар манипуляциялар өсөн ҡоралға әйләнә.

Шуға күрә халыҡҡа фейктан хаҡ мәғлүмәтте айырырға ярҙам итергә кәрәк. Уның берҙән-бер юлы – бар коммуникацияларҙан да тик дөрөҫ мәғлүмәт еткереү, тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе тәҡдиме менән Владимир Соловьев «Алтын ҡурай» халыҡ-ара асыҡ журналистар конкурсы жюриһын етәкләйәсәк. Ҡәләм оҫталары бәйгеһе Башҡортостандың һәм Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыуға арнала. Һөнәри конкурс баҫма һәм электрон матбуғат, телерадиотапшырыуҙар авторҙарын дәртәндереү , журналистика традицияларын үҫтереү, милләт һәм конфессия-ара татыулыҡты пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Автор: Айнур Кәбиров.

Радий Хәбиров Рәсәй журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд