Әбйәлил районында ялған спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш һөҙөмтәләре барланды

Әбйәлил районында ялған спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш һөҙөмтәләре барланды https://bash.news/news/101575_bjlil_rajonynda_yalan_spirtly_esemlektr_atyusylara_arshy_krsh_mtlre_barlandy
27 июл 2019, 22:25

Үлем менән сауҙа иткәндәргә -хөкөм ҡаты. Әбйәлил районында ялған спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәштең ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәләре барланды. Һуңғы алты ай эсендә генә законһыҙ алкоголь менән сауҙа итеүселәргә ярты миллион һумдан ашыу штраф һалынған, тиҫтәләгән административ һәм енйәт эштәре ҡуҙғатылған. Иң мөһиме- суррогат алкоголь һатыу нөктәләре ябылған. Урал аръяғынан хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова репортажы.

Был рейд йыл башында уҡ төшөрөлгән. Әммә ул бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Бер-нисә оператив төркөм Әбйәлил районы буйынса эшләй. Район биләмәһендә – «алкоголь» махсус операция үткәрелә. Полиция хеҙмәткәрҙәре суррогат алкоголь һатҡан йәшерен нөктәләрҙе асыҡлай. Һөҙөмтәлә – өй шарттарында ҡыуылған йөҙәрләгән араҡы, самогон һәм башҡа спортлы эсемлектәр тартып алына.

Илнур Маҡаев, Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса бүлек мөдире: “2019 йылдың һуңғы осоронда ғына беҙҙең бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан рөхсәтһеҙ алкоголь һәм спиртлы продукция һатылған 65 факт асыҡланды. 580 мең һум күләмендә штраф һалынды. Шул иҫәптән 307 меңе түләнгән”.

Был Әбйәлил районы полиция бүлегенең йәшел йылан менән кәсеп итеүселәргә ҡаршы күләмле эш һөҙөмтәһе. Ғинуарҙан бында ысын мәғәнәһендә үлем таратыусыларға етди көрәш йәйелдерелгән.

Вәсилә Әбсәҙиева, Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы: “Араҡы һатыусыларға нигә беҙҙең ауылға килтерәһегеҙ, ғаиләләр тарҡала, тип иҫкәрмә яһайбыҙ, күптәр туҡтаны, ә ҡайһы берҙәр беҙгә йылмайып, артабан ҡара эшен дуамап итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бер төптән эшләйбеҙ”.

Үҙ белдеге менән йорт шарттарында етештерелгән суррогат ҡулланып, йөҙрәләгән кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.Йыл башынан ғына Асҡар үҙәк район дауаханаһына 400 кеше мөрәжәғәт иткән. Районда 600 кеше наркологик иҫәптә тора.

Илгиз Килдейәров, Асҡар үҙәк район дауаханаһы баш табибы: “Был акция башланыу менән беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр һаны 20 процентҡа кәмене.

Эскелеккә ҡаршы көрәш башланыу менән ,үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда пациенттар һаны 30-40- процентҡа кәмене. Әммә йәй осоронда тағы ла 20-30 процентҡа күтәрелде”.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм йәмәғәтселек ярҙамында районда суррогат менән сауҙа итеү нөктәләре эшмәкәрлеге туҡтатылған. Әммә йәшерен сауҙа итеүселәрҙең 20 процентына штрафтар ҙа, иҫкәрмәләр ҙә тәьҫир итмәй. Улар һаман да ҡара эшен дауам итә. Ундайҙарға енәйәт эшен асырға ғына ҡала.

Илдар Нафиҡов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы: “Был йылдар буйы хәл ителмәй килгән ауыр мәсьәлә. Был кире күренешкә ҡаршы эш алып барабыҙ. 20- 30 процент һөҙөмтә бар. яҡын киләсәктә эскелекте төбө-тамырынан бөтөрөргә ниәтләйбеҙ”.

Рөхсәтһеҙ алкоголь менән кәсеп итеүселәрҙе асыҡлау бер. Әммә уның кеше һаулығына һәм ғүмеренә зыян итеүен иҫбатларға ла кәрәк. Был эште тиҙләтеү өсөн, республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Сибайҙа һынау үҙәге асылды. Бында Урал аръяғында ҡулланыуҙан алынған спиртлы эсемлектәр сифаты тикшерелә.

Анастасия Сәлихова, Сибай ҡалаһы «Һынау үҙәге» секторы мөдире: “Апрель айынан беҙгә анализдар хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан һәм Сибайҙан килтерелә. 130 осраҡтың 99 процентында спритлы эсемлектәрҙең кеше ғүмеренә һәм һаулығына зыянлы икәнлеге асыҡланды”.

Апрель айынан эшләй башлаған лабораторияла, Әбйәлил районы биләмәһендә рөхсәтһеҙ ҡулланылған 24 төрлө спиртлы эсемлек үрнәгенән анализдар алынған. Берҙән-бер осраҡта ғына составында спирт булған эсемлектең кеше һаулығына һәм ғүмеренә зыянһыҙ икәнлеге асыҡланған, ә ҡалғандарында ҡатмарлы эфирҙар, уксус альдегиды һәм башҡа зарарлы ҡушымталар барлығы асыҡланған.

Һуңғы ярты йыллыҡта суррогат эсемлектәргә ҡаршы көрәш һөҙөмтәле икәнлеген күрһәтте. 267 cауҙа нөктәһенең 214-нең эшмәкәрлеге туҡтатылған. Әммә йәшел йылан менән шаярыусылар әлегә бар. Шуға ла район хакимиәттәре һәм йәмәғәт ойошмалары мөмкин тиклем тиҙ арала эскеселеккә ҡаршы көрәшкә нөктә ҡуйырға ниәтләй.

Автор: Гүзәл Борханова.

Әбйәлил районында ялған спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш һөҙөмтәләре барланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд