Республикала журналистар ҡорға йыйылды

Республикала журналистар ҡорға йыйылды https://bash.news/news/101578_respublikala_zhurnalistar_ora_jyjyldy
27 июл 2019, 22:27

«Журфест» Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен туғыҙынсы тапҡыр бер майҙанда йыйҙы. Быйыл гәзит-журнал редакциялары, радио һәм телевидение хәбәрселәрен Ҡырмыҫҡалы районы ҡабул итте. Тауһеңер ауылы янындағы аҡланда палаткалар ҡоролдо, милли уйын, спорт ярыштары ойошторолдо. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡәләм урынына балта, журналистар бер көнгә редакция кабинетын саф һауала ял итеүгә алмаштырҙы. Палаткалар ҡорғас та усаҡта төшкө аш әҙерләнә башланы. «Журфест»та иң ҙур делегация Ҡырмыҫҡалы районынан. Был аңлашыла. Сөнки тыуған яғында улар республиканың төрлө район-ҡалаларында эшләүсе коллегаларын ҡабул итте.

Журналистар йыйыны 2011 йылда ойошторола башлай. Матур йолаға әйләнгән сара ҡәләм оҫталарына көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, асыҡ темаларға фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы. Фестиваль ғәҙәттәгесә сәхнәлә иң яҡшы хәбәрселәрҙе, редакцияларҙы бүләкләү тантанаһы менән башланды. Тынғыһыҙ һөнәр эйәләренә төрлө ведомстволарҙан Рәхмәт хаттары тапшырылды. Биләмәлә һәр кем милли костюм кейеп, һыбай йөрөп ҡарай алды. «Юлдаш» радиоһы журналисы Рәсүл Сәғитов та «Журфест»та йыл һайын ҡатнашырға тырыша.

Аҡланда журналистар мәргәнлектә ярышты. Уҡ атыу буйынса ойошоролған оҫталыҡ дәресе тиҫтәләп кешене бер майҙанда йыйҙы. Дуҫтарса турнир. Онотолмаҫ тәьҫораттар.

Фестивалдең быйыл «Үҙ республикаңды бел!» тигән тема аҫтында ойошторолоуы ла осраҡлы түгел. Журналистар ҡоронда агротуризмды үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Донъя кимәлендә Башҡортостанды танытыу бурысы ҡуйылған.

Буҙа туҡлыҡлы ғына түгел, файҙалы ла. Биләмәлә милли эсемлек әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Гүзәл заттар алъяпҡыстар кейеп, рецепттар менән уртаҡлашты, таҡмаҡтар башҡарҙы. Алина Байегетова буҙаға төрлө емеш-еләктәр ҡушып, майҙанға йыйылыусыларға витаминдарға бай коктейль тәҡдим итте.

«Журфест» һабантуй байрамын хәтерләтте. Ҡәләм оҫталары милли ҡуйындарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, физик яҡтан әҙерлек яҡшы кимәлдә булыуын күрһәтте.

Майҙанда волейбол, футбол, гер күтәреү, арҡан тартыш ойошторолдо. Тынғыһыҙ һөнәр эйәләре концерт программаһын ҡуйып та, фестивалде музыкаль яҡтан биҙәне.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Республикала журналистар ҡорға йыйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна