Ихата һәм подъездарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсалар эш тамамланғас ҡына түләнәсәк

Ихата һәм подъездарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсалар эш тамамланғас ҡына түләнәсәк https://bash.news/news/101704_ixata_m_podezdary_tklndereg_blengn_asalar_esh_tamamlanas_yna_tlnsk
29 июл 2019, 22:49

Эштән һуң түләргә лә ярай. Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Был аҙымға республика етәксеһен Дәүләкән ҡалаһындағы ихаталарҙы төҙөкләндереү эшенең сифатһыҙ башҡарылыуы этәргән. Карл Маркс урамындағы 6-сы йортта йәшәүселәр ишектән сығыу менән бейек бордюрҙарға төкөлә.

Пандустар, программала ҡаралған башҡа уңайлыҡтар ҙа иҫәпкә алынмаған. Уңайлы ҡала мөхите программаһы, киреһенсә йәш әсәләр, инвалидтар өсөн үткеһеҙгә әйләнгән.

Ә бына эшҡыуарлыҡ өлкәһендә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә. Республикала 4 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары барлыҡҡа килгән. Район-ҡалаларҙа 1 мең 3 йөҙҙән ашыу инвестиция сәғәттәре уҙғарылған. Күпселек осраҡта йүнселдәр ер һәм мөлкәт мәсьәләләре менән мөрәжәғәт иткән. Радий Хәбиров район башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ өсөн яуап биреүсе урынбаҫарҙарын тиҙерәк тәғәйенләү бурысы йөкмәтте.

Автор: Айнур Кәбиров.

Ихата һәм подъездарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсалар эш тамамланғас ҡына түләнәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество