Бөгөн «Башавтотранс» паркы йәнә 6 яңы автобус менән тулыланды

Бөгөн «Башавтотранс» паркы йәнә 6 яңы автобус менән тулыланды https://bash.news/news/101707_bgn_bashavtotrans_parky_jn_6_yay_avtobus_menn_tulylandy
29 июл 2019, 22:54

Улар республика район-ҡалалары пассажирҙарын хеҙмәтләндерәсәк. Бынан ике аҙна элек кенә дәүләт предприятиеһына 20 автобус файҙаланыуға тапшырылғайны. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 300-ҙән ашыу яңы йәмәғәт транспортының килеүе көтөлә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Илдар Камилйәнов автобус водителе булып өс тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Уның ҡулынан ниндәй генә төр йәмәғәт транспорты үтмәгән. Тәжрибәле хеҙмәткәр республика төбәктәренән тыш, Мәскәү, Сорғот, Нижневартовск кеүек алыҫ араларҙы ла күп тапаған. Бөгөн замандашыбыҙ өр-яңы автобуста баш ҡаланан Тәтешле районы үҙәгенә сәфәр тотто.

«Башавтотранс»предприятиеһы паркы йәнә өр-яңы автобустар менән тулыланды. Әлегә тик 6 йәмәғәт транспорт файҙаланыуға тапшырылды. Улар Өфө менән Тәтешле һәм Архангел районы үҙәктәрен, шулай уҡ Бөрө, Яңауыл, Ағиҙел, Күмертау ҡалалары араһын яҡынайты.

Сергей Паскин, «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары: “Әлбиттә, беҙҙең коллектив өсөн был ҙур ваҡиға! Водителдәр, хеҙмәтләндереүсе персонал өсөн ҡыуаныс. Быға тиклем 20 автобус файҙаланыуға тапшырылһа, бөгөн тағы алтау өҫтәлде”.

Пассажирҙар өсөн дә маршрутҡа яңы автобус сығыуы әһәмиәтле ваҡиға. Бөрө ҡалаһына сәфәр тотоусылар багаждарын тапшырып, йәһәтләп урындарына ултырҙы.

44 урынға иҫәпләнгән йәмәғәт транспортында бар шарттар ҙа тыуҙырылған тип әйтергә мөмкин. Ултырғыстарҙың уңайлылыған тыш, бында кондиционер, сумаҙан һалыу өсөн махсус урындар ҙа ҡаралған.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан әйтеүҙәренсә, киләсәктә техника паркы тағы ла 350 урта һәм бәләкәй класлы йәмәғәт транспорты менән тулыланасаҡ. Был яңылыҡҡа бәйле идаралыҡ тарифтарҙың бер үҙгәрешһеҙ ҡаласағын да хәбәр итте.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Бөгөн «Башавтотранс» паркы йәнә 6 яңы автобус менән тулыланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество